Ошо көндәрҙә Өфөләге ҙур сауҙа үҙәктәренең береһе янында халыҡ ике ирҙең мөнәсәбәт асыҡлауына шаһит булған һәм хәлде видеоға төшөрөп, интернетҡа урынлаштырып та ҡуйған.
Күҫәк күтәргән ир: "Хәҙер башыңды яра һуғам!" - тип йәшерәген һүгенә-һүгенә әрләп баҫтыра. Икенсеһе иһә бик ҡаршылашмай ҙа, ҡасыуын белә. Хәлде күреп-күҙәтеп тороусылар тынысландырырға маташып та ҡарай.
"Спектакль" машиналар йөрөгән юлда барған. Уртаға сығып, автомобилдәргә юл бирмәй, ҡалала көпә-көндөҙ һуғышып йөрөгән ирҙәр аптырауға һала.