Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Беренсе май” мәҙәниәт һәм ял паркындағы капиталь ремонт һәм комплекслы төҙөкләндереү барышы менән танышты.
Төҙөүселәр юлдарға, тротуарҙарға нигеҙ эшләп, бурса һала башлаған. Улар яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү өсөн кабель һуҙа, һыу менән тәьмин итеү системаһының, канализацияның тышҡы селтәрен ҡора, быуа ситен нығыта. Эштең иң ҙур этабы – парктың уртаһындағы быуаны тәрәнәйтеү һәм таҙартыу тамамланған.
Подрядсы ойошма вәкилдәре белдереүенсә, парк быйыл октябргә әҙер буласаҡ. Бында әле балалар спорт комплексы эшләй, эттәрҙе йөрөтөү өсөн майҙансыҡ та бар. Ремонт эштәре барыуға ҡарамаҫтан, халыҡ күп.
Радий Хәбиров парктағы кешеләр менән аралашты. Улар йәмәғәт урынының яңыртылыуын күптән көткән, Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә тағы ла бер матур ял итеү урыны барлыҡҡа килеүе менән ҡәнәғәт.
Башҡортостан Башлығы Республика көнөнә – 11 октябргә – яңыртылған паркты асыуға әҙерләргә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.