Йәмғиәт
12 Сентябрь 2020, 18:00

Ярҙам хаҡы ни хаҡ?

Балаларҙың һәр уңайлы осраҡтан аҡса эшләргә тырышыуы маҡтауға лайыҡмы? Әллә...

Оло ғына йәштәге күрше апайҙың бабайы ауырып, дауаханаға инде. Бысылып ярылған бер машина утын ишек алдарында ятып ҡалды. Бер көн ике йорт аша йәшәгән 12-13 йәшлек ике үҫмер утынды һарайға ташый ине.

Кискә күршем ҡыуанып һөйләй:
- Эй һәйбәт булды, анау малайҙар бер сәғәт эсендә ташып, өйөп бирҙе, – ти.
- Ярай, маладистар инде. Аҡсаға эшләнеләрме, әллә былай ғынамы? – тием.
- Ыста, аҡсаға инде, аҡсаға. Буштың атаһы үлгән. “Утынымды ташып, өйөп кенә бирегеҙ, аҡсаһын түләрмен”, тигәс, иң тәүҙә: “Нисә һум?” тип һоранылар әле шилмалар. 500-әр һум бирҙем. Ярай, уның ҡарауы, утын ямғырға эләкмәне. Бабай ҡайтҡансы эш тә бөттө... – тип ҡыуанды әбекәй.
Ирекһеҙҙән бала саҡта күрше-тирә инәйҙәрҙең утынын ташыу, (малайҙар быса, яра), яҙ көнө селек һепертке менән ихата эсен тап-таҙа итеп һепереү, түшәк-ҡаралтыларын тышҡа сығарып, өйөн йыуып йә эзбиз менән ағартып биреү кеүек эштәр башҡарып йөрөүебеҙ иҫкә төштө. Унан тыш, дәрестәрҙән һуң гөрләшеп “Тимур командаһы” тип барып инәбеҙ, юҡ эштәрен һорап башҡарабыҙ...
Эйе, заман башҡа – заң башҡа. Хәҙерге балаларҙың һәр уңайлы мәлдә аҡса эшләргә тырышыуы, бәлки, хилаф та түгелдер, сөнки тормош үҙе шуны талап итә. Бөгөн аҡсаһыҙ кеше – уңышһыҙ. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Һәр нәмәне аҡса менән үлсәү, иҫәпләшеү йәшәйешебеҙҙән эскерһеҙлек, миһырбанлыҡ кеүек төшөнсәләрҙе лә ҡыҫырыҡлап сығармаймы икән?
Фото: комсомол37.рф
Читайте нас