Йәмғиәт
13 Сентябрь 2020, 08:30

Һамарҙар шулай һайлай!

"Беҙҙә барлығы 599 һайлаусы. Байтағы, бигерәк тә өлкән йәштәгеләр, иртә менән һайлау участкаһына килеп тауыш бирҙе лә инде".

Хәйбулла районының Һамар ауылында Берҙәм һайлау көнөнә алдан етди әҙерләнгәс, ғәҙәттәгесә, ул ойошҡанлыҡ менән башланды. Бөгөн бында район Советына депутат һайлайҙар.
Һамар ауылында урынлашҡан 3224-се һайлау участкаһы рәйесе Дилара Носкованың һүҙҙәренә ҡарағанда, был яҡта халыҡ әүҙем, улар конституцион бурысын үтәүгә бик яуаплы ҡарай.
"Беҙҙә барлығы 599 һайлаусы, бигерәк тә өлкән йәштәгеләр иртә менән һайлау участкаһына килеп тауыш бирҙе лә инде, – тип һөйләй Дилара Хөсәйен ҡыҙы. – Әлбиттә, алдан килеүҙең үҙенә күрә ыңғай яҡтары бихисап. Тышта әбейҙәр сыуағы, тимәк, көҙгө эштәрҙе башҡарырға ваҡыт күберәк ҡала".
Һамар ауылы хакимиәте башлығы Рафаэль Кәримов билдәләүенсә, уларҙа “һайларғамы-юҡмы?” тигән һорау бер ҡасан да булғаны юҡ. Халыҡ тауыш биреүҙә һәр саҡ дәррәү ҡатнаша.
Гражданлыҡ бурысын үтәргә Рәсимә менән Хәлим Иҙрисовтар беренселәрҙән булып килде.
"Һәр тауыш мөһим, – ти улар. – Күпме һайлау үтә, береһен дә ҡалдырғаныбыҙ юҡ".
Автор фотоһы.
Читайте нас