Йәмғиәт
13 Сентябрь 2020, 06:50

Банкоматты урлап, "Мерседес" алған

Өфөнөң Затон биҫтәһендәге супермаркеттан банкомат урлаған ирҙе тотҡандар. Ул 27 йәшлек Ауырғазы районы кешеһе булып сыҡҡан.

14 июлдә бер ирҙең Өфөлә Затон биҫтәһенең Әхмәтов урамындағы супермаркеттан банкомат урлағаны тураһында хәбәр иткәйнек. Бурҙы тотҡандар. Ул 27 йәшлек Ауырғазы районы кешеһе булып сыҡҡан.

Был яман эшен ҡылғас, ир "Mercedes S350" һатып алған. Бурҙы тотҡас, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә һәм спецназсыларға уны әлеге ҡыйбатлы автомобиленән һөйрәп сығарырға тура килгән. Уғры әйтеүенсә, ҡиммәтле машина алыуҙы алдан уҡ планлаштырған булған.

Банкоматта 2 миллион 600 мең һум аҡса ятҡанлығы билдәле. Уның бер өлөшөнә бур диңгеҙҙә ял итеп тә өлгөргән инде.
Нисек итеп шундай ҙур әйберҙе күп кеше йөрөгән ерҙән урлаған һуң ул, тигән һорау тыуалыр күптәрҙә. Ир үҙен техник хеҙмәткәр итеп күрһәтеп, банкоматты пленкаға ураған һәм тәгәрәтеп кенә алып сығып киткән.

"Әле йәш кеше ғәйебен таныу буйынса күрһәтмә бирә. Уның һүҙҙәре буйынса, яңы машинаға аҡсаны урлашырҙан алда уҡ йыйған. Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөккә тап килеү-килмәүен тәфтишселәр асыҡлай. Әлегә ҡыйбатлы машинаһы тартып алынды. Шулай уҡ ҙур суммала урлашыу буйынса енәйәт эше асылды. Уғрылыҡта шик аҫтына алыныусы һаҡ аҫтында, тикшереү дауам итә", - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан.

Фото: Bashnews.ru
Читайте нас