Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, Стәрлетамаҡ районында юлды капиталь төҙөкләндереү дауам итә.
Стәрлетамаҡ – Салауат трассаһы республикалағы иң мөһим транспорт артерияларының береһен тәшкил итә. Ул Башҡортостанда ҙурлығы буйынса икенсе һәм өсөнсө урынды биләгән ҡалаларҙы бер-береһе менән тоташтыра. Көн һайын был юлдан меңдәрсә автомобиль үтә. Тимәк, юл инфраструктураһына һәм юл япмаһына ғәйәт ҙур көсөргәнеш төшә.
Быйыл йәй юлдың 34–37-се километрында асфальттың тәүге ҡатламы түшәлгән. Әле иһә Стәрлетамаҡ юл ремонтлау-төҙөү идаралығы юғары фракциялы ҡырсын ҡушылған асфальт-бетон ҡатнашмаһының өҫкө ҡатламын түшәй башланы. Был ҡатнашманың сифаты юғары баһалана.
Ҡала хакимиәте автомобиль хужаларынан тиҙлек тәртибен үтәүҙе, юл техникаһы эшенә ҡамасауламауҙы, юлда һаҡ һәм иғтибарлы булыуҙы һорай.
Фото: transport.bashkortostan.ru