Йәмғиәт
14 Сентябрь 2020, 12:30

Әсәһенең һыуытҡысын "һатҡан"

Уның кем икәнен белгән полицейскийҙар егеттең өйөнә бара, әммә тәүҙә ишекте астыра алмайҙар.

Полиция хеҙмәткәрҙәре 21 йәшлек егетте тотҡан. Уны «Авито» һәм «Юла» белдереүҙәр сайттарында мутлашыуҙа ғәйепләйҙәр.
Proural.info порталы яҙыуынса, быйыл июнь айынан июлгәсә тәртип һаҡлау органдарына бер-береһенә бик оҡшаш ғаризалар килә. Кешеләр интернетта һыуытҡыс йә телевизор һатыу тураһындағы белдереүгә ышанып аҡсаһыҙ ҡалғанын хәбәр итә. Улар әйтеүенсә, һатыусы ялған квитанция ебәргән, улар шуның буйынса аҡса күсергән.

Шик аҫтына алынған йәш кеше Стәрлетамаҡтан булып сыға. Уның кем икәнен белгән полицейскийҙар егеттең өйөнә бара, әммә тәүҙә ишекте астыра алмайҙар. Фатирға ингәс инде, унда белдереүҙәге көнкүреш техникаһын, бер нисә кеҫә телефоны, компьютер, роутер һәм банк карталары кеүек әйберләтә дәлилдәрҙе табалар.

Был мутлашыусы күп тапҡыр әсәһенең һыуытҡысы йә телевизоры фотоһүрәтен белдереүҙәр сайтына урынлаштыра. Йәнәһе, техника һата. Шулай уҡ бер транспорт компанияһының сайтына оҡшаш ялған сәхифә аса. Кешеләр быны һиҙмәй, аҡсаны “һул” иҫәпкә күсерә.
Әле был осраҡ буйынса бер нисә енәйәт эше асылған.
Интернет аша алыш-биреш иткәндә һаҡ булығыҙ!
Фото: m.fishki.net
Читайте нас