Бынан 90 йыл элек Башҡортостан картаһында Ағиҙел һәм Эйек йылғалары уртаһында Күгәрсен районы барлыҡҡа килгән. Ошо гүзәл төбәктә тыуып үҫкән, яҙмышын район менән бәйләгән, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн янып-көйөп йәшәгәндәр өсөн был көн – ҙур байрам. Коронавирус инфекцияһына бәйле хәл пландарҙы бер ни тиклем кисектерергә мәжбүр итһә лә, был яҡташтарҙың кәйефен боҙманы, киреһенсә, улар үҙҙәренең хеҙмәт емештәрен, таланттарын, уңыштарын байрам көнөнә бағышланы.
“Иң матур биләмә булыуын теләйбеҙ”
“Тиҫтәләрсә йылдар буйы тамыр йәйгән традициялар алмашҡа килгән быуын тарафынан һаҡлана һәм ишәйтелә, Күгәрсен еренең артабан сәскә атыуы өсөн нигеҙ һалына. Беҙҙең районда күңел йылылығы һәм ҡунаҡсыллығы, тәрбиәлелеге һәм хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән айырылып торған яҡшы кешеләр йәшәй. Тап ошо сифаттар халыҡтың тормошон яҡшыртыуға, райондың һәм балаларыбыҙҙың киләсәге өсөн үҫеш нигеҙе булып тора”, – тигәйне район хакимиәте башлығы Ғайса Ғилметдин улы Янбаев яҡташтарын оло юбилей менән ҡотлауында. Хаҡ һүҙҙәр!
Күгәрсендәр гөрләшеп йәшәй ҙә, уртаҡ йорттоң именлеген, тыныслығын һаҡлап, тыуған ерҙең йәмен, байлығын ишәйтеп, хәстәрләп эшләй ҙә белә. Ошондай уңдырышлы, һутлы ерҙә ҙур талант эйәләренең, хужалыҡ етәкселәренең, сәйәсмәндәрҙең үҫеп сығып, район исемен данға күмеүенә ғәжәпләнергә лә кәрәкмәйҙер. Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәп Биишеваның исеме бөтә ижади донъяға яҡшы таныш, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов – республика ҡеүәтен, тотороҡлолоҡто һаҡлауға бөтә көсөн һалған сәйәсмән… Венер Аҙнағолов, Фәрүәз Вәлитов, Салауат Ғайсин, Марат Зәйнуллин, Ғиниәт Кинйәбулатов, Хәсән Мәжитовтар – райондың Почетлы граждандары исемлегендә.
Эйе, бик күп арҙаҡлы шәхестәргә осар ҡанаттар биргән төбәк ул – Күгәрсен! Яңыраҡ ҡына тағы бер шатлыҡлы ваҡиғаның шаһиты булдыҡ. Райондың Түбәнге Һаҙ ауылында тыуып үҫкән Ильяс Фәрғәт улы Искәндәров Рәсәй Президенты Указы менән Рәсәй Федерацияһының Габон Республикаһындағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе итеп тәғәйенләнде.
Күгәрсен еренең һоҡланғыс шәхестәре, игенселәре, ижадсылары тураһында күп һөйләргә булыр ине. 90 йыл тарих йылъяҙмаһы өсөн ҡыҫҡа ғына арауыҡ тойолһа ла, беҙҙең тормошта ул аҡһаҡал ғүмеренә тиң. Күгәрсендәрҙең һигеҙ яҡташы Бөйөк Ватан һуғышында ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, ике яугир Дан ордендарының тулы кавалеры. Тап ошо ерҙә Ерәнсә сәсән, ҡәбиләләр һәм халыҡтар араһында тыныслыҡ урынлаштыра алған аҡыл эйәһе Бәндәбикә хаҡында башҡорт легендалары тыуған. XVIII быуатҡа тиклем, нигеҙҙә, башҡорттар йәшәгән биләмәлә хәҙер башҡа милләт вәкилдәре лә күпләп йәшәй, хеҙмәт итә, балалар үҫтерә.
Хәҙерге заман күгәрсендәре ниндәй уйҙар менән сәмләнеп донъя көтә, ниндәй пландар ҡора? Сәфәр барышында бөтә донъяны ҡурҡыуға төшөргән пандемия шарттарында ла бирешмәй, аҡыл һәм ҡул көсө, фантазия һәм тырышлыҡ менән матурлыҡ тыуҙырыусыларҙы, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе, бер урында тапанмай алға ынтылып йәшәгәндәрҙе күреү һөйөнөслө булды.
Күгәрсендәрҙең тыуған ерҙәренә һаҡсыл мөнәсәбәте, уны иң матур, иң йәмле төбәк итеп күрергә теләүе һоҡландыра. Бында өмәләр үткәреү, йылы көндәр башланыу менән ауылдарҙа биҙәү, йыйыштырыу, төҙөкләндереү эштәренең киң ҡолас менән башланыуын күрергә була. Ҡоймалар буяла, һәр ихатала – аллы-гөллө сәскәләр, таҙа урамдар…
Һәр ауыл үҙенсә матур. “Зауыҡлы биләмәләр йылы”нда 250 йыллығын ҡаршы алған Мораҡ ауылы, олпатлығына ҡарамай, йәшәреүен дауам итә.
Биләмәләге мөхит тә башҡаса, ауыл тынлығын бары йәмле осорҙа төҙөкләндереү эштәрен тиҙерәк башҡарып ҡалырға тырышҡан техника, эшселәр тауышы ғына боҙа. Мораҡта быйыл Зәйнәб Биишева исемендәге паркты киңәйтеү буйынса ҙур эштәр башҡарылған. Төҙөүселәр смена менән ялһыҙ эшләп, йылы көндәрҙе үҙ файҙаһына ҡулланған. Район үҙәгенең социаль инфраструктураһы яҡшы үҫешкән. З. Биишева исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе, китапхана, һөнәрселек училищеһы, балалар ижады йорто, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, турбаза, белем биреү, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары – барыһы ла халыҡҡа хеҙмәт итә. Ун меңгә яҡын кешене үҙенә һыйындырған, заман тиҙлегенән артта ҡалмай, гел алға ынтылған, зауыҡлы, төҙөк, тарихи биләмәлә кемдең йәшәгеһе, ижад иткеһе килмәһен?
ХVIII быуаттың беренсе яртыһында Ноғай даруғаһының Ҡыпсаҡ улысы башҡорттары тарафынан нигеҙләнгән Мораҡ ауылы тураһында академик Иван Лепехин яҙмаларында тәүге тапҡыр иҫкә алына. Ауылдың ике төрлө атамаһы булыуы ла тарих биттәрендә ҡалған: Ҡыҙыл Мәсет һәм Мораҡ. Тәүгеһе ауыл үҙәгендәге ҡыҙыл төҫтәге мәсеттең булыуынан килеп сыҡһа, икенсеһе (1795 йылғы ревизия материалдары буйынса) ауылға нигеҙ һалған Хәмит һәм Хәбибулла Мораҡовтарҙың фамилияһы менән бәйле.
Сал тарих биттәренән күренеүенсә, 1795 йылда ауылда 32 йортта 162 башҡорт йәшәгән, 64 йылдан уларҙың һаны 654-кә еткән. Күреүебеҙсә, 250 йыл эсендә Мораҡ һәр яҡлап бик ҙур үҙгәрештәр кисергән.
Ауыл тарихын, этнонимикаһын һәм башҡорт телен яҡшы белмәгәндәргә уның ни өсөн “Мрак” (ҡараңғылыҡ, өмөтһөҙлөк) тип аталыуы ғәжәп тойолалыр ҙа, сөнки ул – республикала ғына түгел, ә Рәсәйҙә иң күркәм, иң ҡупшы һәм өмөтлө ауылдар исемлегендә.
“Ҡулдарынан килмәгән эш юҡ”
Эшҡыуар Рәмил Ғәйнислам улының ваҡыты тығыҙ. Уға, район үҙәгендә “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы, ҙур бурыстарҙы үтәү эше йөкмәтелгән.
– Былтыр подъездарҙы ремонтлау, ихаталарҙы төҙөкләндереү менән Йомағужала шөғөлләндек. Коллектив тотороҡло – утыҙға яҡын эшсебеҙ бар. Яҙҙан алып Мораҡта эшләйбеҙ, – ти подрядсы Рәмил Айытҡужин.
Үҙәктәге Ленин урамында балалар өсөн спорт, ике уйын майҙансығын оҙаҡламай файҙаланыуға тапшырыу маҡсатында ҙур тырышлыҡ һалына, өлкәндәрҙе лә онотмағандар, улар өсөн өс ял урыны булдырылған. “Был тиклем эште ҡайһылай тиҙ арала башҡарғанһығыҙ” тигәнгә, етәксе асыҡ яуап ҡайтарҙы.
– Егеттәр эште йәһәт, сифатлы итеп башҡарырға күнеккән. Бында иң ҡатмарлы, ҡулды тотҡан мәшәҡәт ҙур урынды алып торған тимер гараждарҙы күсереү булды. Тупраҡ килтерҙек, тротуарҙар һалдыҡ, декоратив ҡоймаларҙы урынлаштырҙыҡ – бөтә эш бер юлы башҡарыла. Күрәһегеҙме, биләмәлә яҡтыртҡыстар ҡуйылған, видеокамералар урынлаштырыла... Эште тулыһынса тапшырғас ҡына, беҙҙең менән иҫәпләшәсәктәр. Ихаталағы һәр урын ентекле уйланылған, ҡайҙа – брусчатка, ҡайҙа – туҡталҡа, ҡайҙа ағас ултыртыласаҡ – барыһы ла алдан билдәләнгән, халыҡ менән килешелгән, – тине Рәмил Айытҡужин.
Ике ҡатлы йорттарҙағы еренә еткереп ремонтланған подъездарҙы күреп, һоҡланыуыбыҙҙың сиге булманы. Был ҡупшы йортта йәшәүселәр бәхетле! Матурлыҡ оҙаҡ йылдарға етһен, стеналарҙағы боронғо орнаменттар, биҙәктәр күңелдәрҙе күтәрһен! Биҙәүсе ҡыҙҙар Лина Хунафина менән Розалия Фәхретдинова ла эштәренән ҡәнәғәт. “Подъездар ғына түгел, бында йәшәүселәрҙең күңеле лә яҡтырып киткәндәй”, – тип йылмая улар.
Рәмил Айытҡужиндың бригадаһы Зәйнәб Биишева исемендәге ял паркын киңәйтеү һәм төҙөкләндереүҙә лә әүҙем ҡатнашҡан. Егеттәрҙең ҡулдарынан килмәгән эш юҡ: төрлө саралар үткәреү өсөн уңайлы сәхнә эшләнгән, фонтан ҡуйылған, хатта сәскә клумбаларын да үҙҙәре үҫтергән. Парктың Күгәрсен халҡының яратҡан урынына әүерелеүен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек: балалар уйын майҙансығында гөр килә, кемдер самокатта елә, эскәмйәләрҙә ял итеп, тәбиғәттең хозурлығына кинәнеп ултырыусылар ҙа етерлек. Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы үҙгәртеп ҡоролған Дан аллеяһы киләһе быуындарға ла оҙаҡ хеҙмәт итәсәк, ҡәләмдәй төҙ шыршылар, заманса ҡоймалар, яңы тротуарҙар, төнөн дә биләмәне нурға күмгән яҡтыртҡыстар тураһында ғына һүҙ бармай, ә райондың батыр улдарына, Советтар Союзы Геройҙарына һәм Дан орденының тулы кавалерҙарының һәр береһенә айырым эшләнгән стелалар, улының һуғыштан ҡайтыуын һаман да көткән хәсрәтле әсә һәйкәле үҙе бер тарихи музейҙы хәтерләтә.
– Матурлыҡ тыуҙырыуыбыҙ һәм хеҙмәтебеҙ менән халыҡтың ҡәнәғәтлеген тойоу күңелгә рәхәтлек бирә. Беҙ барыбыҙ ҙа районыбыҙҙың республикала иң матур, иң төҙөк, һоҡланғыс ожмах төбәгендәй булыуын теләйбеҙ, – тине хушлашҡанда Рәмил Айытҡужин.
Тимәк, Зауыҡлы биләмәләр йылы Күгәрсен еренә бер йылға ғына килмәгән, артабан да ул бында оҙаҡ хакимлыҡ итәсәк, ошо маҡсатҡа ярашлы ҙур-ҙур, маҡтауға лайыҡлы эштәр туҡталмаясаҡ тигән һүҙ.
Мәтрүшкә сәйе – сәйнүктә, өҫтәлдә – башҡорт балы...
Башҡорт балының шифалы ла, татлы ла, тәмле лә ризыҡ икәнен беләбеҙ. Тынғыһыҙ бөжәктәр үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән кешелеккә файҙалы, ҡиммәтле ризыҡ бүләк итә. Әлбиттә, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү, умарталыҡтар тотоу һәм яҡшы уңыш алыуҙың үҙ серҙәре бар.
Күгәрсен районындағы “Ҡырағай бал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етәксеһе Руслан Ғүмәров беҙҙе балдан етештерелгән продукция төрҙәре менән таныштырып, мөмкинлектәрҙең икһеҙ-сикһеҙлеген күрһәтте.
– Бал – үтемле, файҙалы тауар, әммә монотауарҙы һатыу анһат түгел, шуға күрә беҙ балдан етештерелгән продукция төрҙәрен арттырҙыҡ, – ти Руслан Рәҡит улы. – Бына ҡарағыҙ: арахислы паста, шоколадлы ҡарағат, шоколадлы какао, “Витапчелка” кәнфите, бал һәм етен майы пастаһы... Барыһына ла бал ҡушылған. Бер продукция ла һатып алыусыны оҙаҡ көтмәй, шунда уҡ таралып бөтә. Фасовкалау өсөн уңайлы һауыттарҙы Мәскәүҙән алдырабыҙ.
– Һөнәрегеҙ буйынса һеҙ – төҙөүсе. Умартасылыҡҡа ҡырҡа боролош яһауығыҙҙың сәбәбе нимәлә?
– Тәүҙә ҡуртымға аҙыҡ комбинатын алып, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнмәксе булдым: билмән һәм башҡа ҡамыр, ит ризыҡтары етештереү ине уйым. 2007 йылда көтмәгәндә башта яңы идея тыуҙы: ниңә умартасылыҡ менән шөғөлләнмәҫкә? Эште 60 умартанан башланым (хәҙер 650-гә еткерҙем). Тәбиғәт көйөнә ярашып, күсмә тормош менән йәшәйбеҙ, яҙын – Мораҡта, июль айында – Ырымбур өлкәһендә, Ейәнсурала йәки Бөрйән районында... Бөтә эш механизацияланған. Ҡайҙа ниндәй климат, ниндәй үлән сәскә атыуына ҡарап, эште ойошторабыҙ. Умарталыҡтарыбыҙ төрлө урында булһа ла, етештереү цехы Күгәрсен районында.
Продукция әҙерләү өсөн тәүҙә балдан крем эшләйбеҙ, уға айырым технология буйынса киптерелгән еләк-емеш өҫтәйбеҙ. Бал кремы сәтләүектән, еләк-емештән тора, – ти Руслан Ғүмәров.
Умартасылар тәжрибә уртаҡлашмай, кәңәшләшмәй йәшәй алмай. “Ҡырағай бал” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре лә бал етештереүгә ҡағылған сараларҙа әүҙем ҡатнаша. 2015 йылда Кореяла үткән “Апимондия” халыҡ-ара күргәҙмәһендә икенсе урынды яулауға өлгәшкәндәр. Ә 2017 йылда Төркиәлә яҡшы ҡаҙаныштары өсөн бик күп миҙалдарға һәм грамоталарға лайыҡ булғандар.
– Ике көн буйына, умарталарҙы тейәп, Ырымбур һынлы Ырымбур тарафтарына юл тотоу еңел түгелдер. Бының ниндәйҙер сере бар кеүек...
– Эйе, ике төн эсендә Ырымбурға барып етәбеҙ. Был ваҡытта көнбағыштан бал йыйыр мәл етә. Уның тәме бөтөнләй башҡаса, беҙ уны паста етештереү өсөн файҙаланабыҙ. Әлегә продукцияларҙы экспортҡа сығарыу мөмкин түгел, бының өсөн яҡшы лабораториялар булыуы шарт, – ти эшҡыуар.
“Меланжер” аппаратында какао орлоҡтары ваҡлана, дөрөҫөрәге, ул бер нисә көн дауамында ебәк кеүек йомшаҡ массаға әүерелгәнсегә ҡәҙәр әйләнә лә әйләнә. Оҙайлы процесс, әлбиттә. Әҙер булғас, уға бал өҫтәйҙәр, формаларға һалалар һәм хеҙмәттәшлек иткән сауҙа нөктәләренә оҙаталар. “Шунда уҡ һатылып бөтә”, – ти шоколадты формаларға ҡойоусы ҡыҙҙар Филүзә менән Әнисә.
Коллективта ун кеше эшләй. Эшҡыуар быйыл етештереү цехын киңәйтергә уйлап, яңы бинаға нигеҙ һалған. Тимәк, яңы идеяларға юл асыласаҡ, өҫтәлдә баллы, татлы ризыҡтар тағы ла артасаҡ.
“Ҡырағай бал” йәмғиәте шифалы үләндәрҙән сәй етештереү менән дә әүҙем шөғөлләнә. Хуш еҫле мәтрүшкә, тимьян, еләк-емеш, боланут сәйҙәре эргәһендә башҡорт балы булһа, һеҙгә тағы ни кәрәк?
Хеҙмәтегеҙ ҡыуаныс килтерһен!
Бында тормош ығы-зығыһы юҡ, тирә-яҡта хозур тәбиғәт, саф һыулы Тирмәнкүл шишмәһе сылтырай, иркенлек... Абайлабыраҡ ҡараһаң, тәү ҡарашҡа ғына һиллек хакимлыҡ иткәндәй. Ғәмәлдә бында тормош ҡаҙандай ҡайнай, хеҙмәт, ижад емештәре ошо гүзәл тәбиғәт ҡосағында ярала.
Беҙ бөгөн Ләлә Вәсил ҡыҙы Фәтҡуллина етәкселегендәге крәҫтиән-фермер хужалығында. Ошонда уҡ Сорғаяз бағыр фермаһы урынлашҡан. Ғаилә башлығы Ғаяз Камил улынан йәйрәп ятҡан оло биләмәлә нисек эш башлауы тураһында һорашабыҙ. Заманында тарих уҡытыусыһы, ауыл советы рәйесе булып эшләгән уҙаман шундай мәшәҡәтле эште үҙ иңенә алырға нисек йөрьәт итте икән?
– 2007 йылда ҡуртымға ер алып, кәзә үҫтерергә керештек. Эш ҡарышманы, уларҙың һанын 150 башҡа еткерҙек. Ҡымыҙ эшләргә өйрәндек. Тирә-яҡтағы райондарға һатыуға сығарҙыҡ. Аҙаҡ кефир эшләп, балалар приюттарын, яҡташтарыбыҙҙы тәьмин иттек.
2012 йылда район хакимиәте беҙгә дүрт бейә бирҙе, тағы ла икәүһен үҙебеҙ һатып алдыҡ. Агротуризмды үҫтереү программаһына ҡушылдыҡ.
– Шулай эште яйға һалып барғанда, йәнә мәшәҡәтле шөғөлгә тотонмаҡсы булғанһығыҙ...
– Баймаҡта Иван Лаврентьев менән танышмаһам, моғайын, шул уҡ йүнәлештә эшебеҙҙе дауам итер инек. Иван Алексеевич мине бағыр үрсетергә дәртләндерҙе. “Эргәгеҙҙә шишмә ағып ята, биләмәгеҙ ҙур, ниңә ошондай мөмкинлектән файҙаланмаҫҡа?” – тигәс, өҫтәүенә шундай шәп кәңәшсең дә булғас, ниңә тәүәккәлләмәҫкә? Тирмәнкүл шишмәһе ҡышын да туңмай. Шулай итеп, 2017 йылдың 17 ноябренән 17 декабргә тиклем бағыр үрсетеү өсөн канал төҙөнөм. Ул йылда тәбиғәт тә беҙҙең яйға торҙо, көндәр йылы, ҡоро булыуы менән ярҙам итте. Ғинуар айында тәүге селбәрәләрҙе ебәрҙек, – ти Ғаяз Фәтҡуллин.
– Бағыр үрсетеү мәшәҡәтлеме?
– Тереклекте тәрбиәләмәй булмай. Ҡышын һыу температураһын үлсәп тораһың, кислородтың етерлек булыуын күҙәтәһең. Прибор һыуҙа ирегән кислород миҡдарын күрһәтә. Уның артыҡ күп булыуы ла насар, һыу йәшәреп, “сәскә ата” башлай. Әле бына өс быуала ла балыҡ йөҙә. Икәүһендә – бер тоннаға яҡын. Һатып алыусылар етерлек. Ыҫланған балыҡ та һатабыҙ. Ыҫлау серҙәрен Интернет селтәренән өйрәндек.
– Бағыр үрсетеү ҙур сығым талап итәме?
– Ойоштора белһәң, сығымды ҡаплап була бит. Эш өсөн кәрәк-яраҡ, киптереү, ыҫлау ҡорамалдары, күнәктәр, балыҡ өсөн аҙыҡ алаһың, кредиттарҙы ҡаплау сараһын күрәһең. Балыҡ күп нәмә талап итмәй беҙҙән, һимеҙ булғас, ҡышҡы һалҡынды сыҙам үткәрә, артыҡ мәшәҡәт һалмай.
Ғаяз Камил улы бәхетле атай ҙа. Яңы ғына ҡыҙы Гөлдәниәне кейәүгә биреп, туй үткәргәндәр. Өлкән ҡыҙҙары ла тормошта, дүрт ейән-ейәнсәргә олатай ул. Йорт хужабикәһе Ләлә Вәсил ҡыҙының таң һарыһынан ҡараңғы төшкәнсе оло биләмәлә орсоҡ кеүек өйөрөлөп, әллә күпме эреле-ваҡлы эште башҡарып өлгөрөүенә хайран ҡалырлыҡ. Биш һауын кәзәһен һау, һөтөнән ҡымыҙ, сыр эшлә, туғыҙ бейәне лә һауырға онотма, көнөнә 45-50 литр ҡымыҙ бешеп һат, кәртә эсендә ҙур кәүҙәләре менән эре генә баҫып йөрөгән өс страусты тәрбиәлә, мысыр тауыҡтарын һәм күркәләрҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырма...
Алсаҡ йөҙлө, теремек, өлгөр хужабикә беҙҙең һораулы ҡарашыбыҙға уйынлы-ысынлы яуап ҡайтарҙы: “Ғаяз тормошҡа сығырға тәҡдим яһағандан һуң: “Ләлә, кейәүгә сығырға белгәс, йәшәй ҙә белергә тейешһең”, – тип киҫәтте. Мин уның нимә әйтергә теләгәнен яҡшы төшөндөм. Бына шулай бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңларға тырышып, донъя көтөп ятыуыбыҙ...”