Дәүләткә ҡарамаған пенсия фондының лицензияһы алынған осраҡта башҡа ошондай уҡ фондҡа күсеп йәки ошо йыйылған аҡсаны ҡулға алып буламы?
Дәүләткә ҡарамаған пенсия фондының лицензияһы юҡҡа сыҡҡан осраҡта страховкаланған кешенең пенсияға тип йыйылған аҡсаһы Рәсәй Пенсия фондына автоматик рәүештә күсә һәм бының өсөн бер ниндәй өҫтәмә ғариза яҙыу талап ителмәй. Артабан үҙегеҙ теләгән, дәүләткә ҡарамаған фондҡа күсергә йәки Рәсәй Пенсия фондында ҡалырға теләүегеҙ хаҡында ғариза яҙа алаһығыҙ.
Ә бына пенсияға тип йыйылған аҡса ҡулға бирелмәй. Был сумма хаҡлы ялға сыҡҡанда ғына түләнә. Әгәр страховкаланған кешенең пенсия тәғәйенләнгән ваҡытҡа тиклем ғүмере өҙөлһә, был сумма уның вариҫтарына бирелә.
Тик бер иҫкәрмә бар: I, II һәм III төркөм инвалидлыҡ теркәлгән һәм ғаиләне ҡараусыны юғалтҡан осраҡта ғына пенсияға тип йыйылған аҡсаның хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем бер тапҡыр түләү рәүешендә бирелеүе ихтимал.