Йәмғиәт
15 Сентябрь 2020, 10:30

Бәшмәккә сығып киткән, тиҙәр...

Нуриман районынан Фидан Фәйзуллинды эҙләйҙәр.

43 йәшлек Фидан Фәйзуллин өс көн элек үк юғалған. Башҡортостан ирекмәндәре уны эҙләүҙе ойошторҙо. Нуриман районында йәшәгән ир 12 сентябрҙә бәшмәккә тип урманға сығып киткән еренән әйләнеп ҡайтмаған. Һуңғы тапҡыр уны 12 сентябрҙә күргәндәр.

Фидан Фәйзуллиндың тышҡы билдәләре: буйы 170 см, уртаса кәүҙәле, сәстәре асыҡ төҫтә. Ниндәй кейемдә урманға китеүе билдәһеҙ.

Оло йәштәге ирҙе күреүселәр булһа, 112 йәки 8-927-969-89-19 һандарына шылтыратыуҙы һорайҙар.

Фото социаль селтәрҙән.
Читайте нас