Белорет районы халҡы көтөү ойоштороу тураһында күптән онотто тип әйтергә мөмкин, мал көтөүен ойошторған ауылдар бармаҡ менән һанарлыҡ. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем малдар ҡарауһыҙ йөрөй: иртәнсәк сығарып ебәрәләр ҙә, кисен йыйып алалар. Һөҙөмтәлә халыҡтың малы йыш юғала, ҡарауһыҙ мал юлдарҙа аварияларға ла сәбәпсе була.
Үҙ иркенә йөрөгән малдарҙы ҡала урамдарында ла, парктарҙа ла йыш осратырға мөмкин. Яңыраҡ интернет селтәрендә Белорет ҡалаһында йөрөгән һыйырҙарҙың сираттағы "батырлығы" тураһында видеояҙма таралды. Унда бер көтөү малдың ҡаланың "Аҡ балсыҡ"тағы гараж кооперативында хужа булып йөрөүе төшөрөлгән. Бер үгеҙ хатта гараж башына менеп баҫҡан. Унда нисек менгән, тигән һорау тыуыр күптәрҙә. Бындағы ҡайһы бер гараждарҙын ҡыйығы арттағы тау менән тоташып тора. Шуға ла малҡай бер ҡыйынлыҡһыҙ гараж башына менеп баҫҡан...