Баш ҡала эргәһендә өләсәйемдең бәләкәй генә йорто мираҫҡа ҡалды. Маҡсатым – уны һүтеп, ошо ерҙә яңынан йорт һалыу. Ошо сәбәпле, иҫке өйҙө нисек иҫәптән төшөрөргә икән?
Иҫке йортто һүткәс, кадастр инженерын саҡырығыҙ. Ул, күсемһеҙ милек объектының һүтелеүен тикшереп, акт яҙып бирәсәк. Артабан бына ошо документ менән “Росреестр”ға торлаҡ йортҡа, йәғни күсемһеҙ милек объектына хоҡуҡтың бөтөрөлөүен теркәү өсөн мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әммә был осраҡта бер нәмәне хәтерҙә тотоғоҙ: күсемһеҙ милектең һүтелеүен теркәгәндә, дәүләт иғәнәһе түләнмәй. Рәсәй Һалым кодексының 333.35-се статьяһында тап ошо хаҡта әйтелә. Кадастр иҫәбенән төшөү тураһындағы белешмә 10 эш көнө дауамында бирелергә тейеш.
Әлеге ваҡытта Рәсәй Хөкүмәте илдең Дәүләт Думаһына күсемһеҙ милек объекттарын теркәүҙән төшөрөүҙең еңел процедураһы хаҡында закон проектын тәҡдим иткән. Әгәр ул ҡабул ителһә, был осраҡта мираҫҡа ҡалған йортто, уға милек хоҡуғын теркәмәйенсә, иҫәптән төшөрөп буласаҡ. Был иһә ваҡытты бушҡа сарыф итмәүгә һәм аҡсаны янда ҡалдырыуға булышлыҡ итәсәк.