Йөйәк, Ғәбдүк ауылдары тауҙар илендә – Белорет районының матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Өфө – Магнитогорск автомобиль юлынан һулға боролоп инеп китәһең ошо төбәккә. Ҡырсынташтан торған юлдан әкрен генә бармаһаң, ифрат ҡурҡыныс, тәгәрмәс аҫтындағы таштар шыуып ятҡан кеүек. Әлбиттә, бындай шарттар юлды белмәгәндәр йәки шәп йөрөгәндәр өсөн икеләтә хәүефле.
Оҙаҡ йылдар юлһыҙ интеккән Йөйәк ауылына XXI быуатҡа баҫтыҡ тигәндә генә юл һалынды. Быға тиклем уларҙы оло донъя менән тимер юл тоташтырып торҙо. Автомобиль юлдары булмаһа ла, Йөйәк һәм Ғәбдүк халҡы тырышып донъя көттө. Ул ваҡытта бөтә әйберҙе тимер юл буйлап алып ҡайталар ине.
Йөйәк Инйәр йылғаһының ике ярында урынлашҡан. Ул һәр ваҡыт бында килгән һәр кемде үҙенең матурлығы менән әсир итә. Ауылдан арҙаҡлы һәм билдәле кешеләр ҙә күп сыҡҡан – сәнғәт әһелдәре, ғалимдар, башҡа төрлө бик күп һөнәр эйәләре. Һәр береһен һанай китһәң, гәзиттең бите етмәҫ.
Машина яй барғанғамылыр инде, Йөйәккә юл оҙон кеүек тойолдо. Етмәһә, соҡорҙары ла етерлек, юл буйҙарын ағас баҫҡан. Юлсыларҙың тейешле иғтибары булмауы әллә ҡайҙан күҙгә ташлана.
Бына, ниһайәт, тауҙар араһында бер дәүләттәй йәйрәп ултырған Йөйәк ауылы күренде. Тәүҙә ауыл биләмәһе хакимиәтенә килдек. Ағас бина, тыш яҡтан күҙгә яҡшы булып күренһә лә, эсе шәптән түгел – тишек тә тошоҡ, күптән ремонт эшләнмәгәнлеге һүҙһеҙ ҙә аңлашыла. Әйткәндәй, мин “Урал” гәзитендә эшләгән саҡта ла ул шундай хәлдә ине, әле лә ыңғай яҡҡа үҙгәреш юҡ икән.
Йөйәк ауыл биләмәһе башлығы Радим Ғариф улы Салауатов та ошондай бинала беҙҙе ҡаршы алғанға бер аҙ уңайһыҙланды шикелле. Һөйләшеү ҙә нәҡ ошо юҫыҡта башланды.
– Ауыл хакимиәтенең бинаһы 1985 йылғы. Һыуыҡ, утын яғабыҙ. Ҡыш бина эсендә боҙбармаҡтар хасил була. Беҙ инде тиҫтә йылдар дауамында ауылда Мәҙәни-социаль үҙәк төҙөүҙәрен һорайбыҙ. Ауыл мәҙәниәт йорто авария хәлендә булғас, яптылар, әле уларға мәктәп бинаһынан ваҡытлыса урын бирҙеләр. Мәктәп бинаһы мәҙәниәт йорто ролен тулы кимәлдә үтәй алмай. Йәштәр күп, төндә урам буйлап таралалар, иҫке мәҙәниәт йорто эргәһенә йәки күпергә йыйылалар. Йәшерәктәре тимер күпергә килә, яндауырға менеп ултыра, хәүефле хәл, әлбиттә. Элекке клуб урамына ла йыйылып, ут яғып ыҙалаталар. Ололар уларға зарланып, беҙгә килә, – тип теҙеп китте хакимиәт башлығы.
Ысынлап та, мин белгәндән генә бында әллә күпме хакимиәт башлығы алышынды, әммә был мәсьәләнең осона береһе лә сыға алманы. Үҙ заманында район, республика етәксеһенә лә шәхси ҡабул итеүгә барып һоранылар. Тик файҙа булманы – эш бер аҙ урынынан ҡуҙғала ла туҡтап ҡала. Билдәле булыуынса, 2010 йылдан бирле төрлө проекттар тәҡдим ителә, экспертизаға ебәрелә. Әле лә “буласаҡ” тип хатта ваҡытын да әйтәләр, тик халыҡ ҡына хәҙер быға ышанып етмәй. Шулай итеп, меңгә яҡын кеше йәшәгән ауылдың йүнле хакимиәт бинаһы ла, мәҙәниәт йорто ла юҡ. Китапханалары иҫке – 1989 йылда төҙөлгән. Уны хатта 1977 йылғы тиҙәр, 1996 йылда төкәтмә төҙөгәндәр.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының рәсми сайтында республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың Белорет районына 29 майҙағы эш сәфәре тураһында һөйләгән, йәғни баҫылған, мәҡәләлә былай тиелә: “Шуны ла билдәләргә кәрәк, “Мәҙәниәт” милли проектына һәм республика Башлығының “Башҡортостандың 2024 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында”ғы указына ярашлы, Белорет районының Йөйәк, Асы һәм Тирлән ауылдарында өс яңы ауыл мәҙәниәт йорто төҙөү планлаштырыла”.
Тимәк, 2024 йылға тиклем был мәсьәлә хәл ителергә тейеш. Барыһын да яҡшыға юрайыҡ һәм өмөт итәйек.
Шуны ла әйтергә кәрәк, быға тиклем ауылдағы ФАП та авария хәлендә булған. Былтыр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Йөйәктә заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлгән. Беҙ барғанда медицина хеҙмәткәрҙәре уңайлы шарттарҙа халыҡты ҡабул итә ине.
Экологтарҙы ғәйепләп булмай...
– Әллә ҡайҙағы Белгород өлкәһендә газ юҡ тип һөйләйҙәр, ә беҙҙең Белорет районында күпме ауылға газ әле һаман үтмәгән?! Шау урман араһында ултырһаҡ та, тағы бер биш-алты йылдан яғырлыҡ йүнле ағас ҡалмаясаҡ, шул саҡта инде был киҫкен мәсьәлә булып ҡалҡып сығасаҡ.
Һуңғы йылдарҙа Морат тау саңғыһы үҙәгенә генә иғтибар күрһәтелде, ә ете шыуыу һыҙаты булған Елмерҙәк тауында тау саңғыһы үҙәге проекты “Башинформсвязь” залында әле һаман яҙмышын хәл итеүҙе көтә. Ҡырағай ял итеүселәр ҡыш буйы Елмерҙәктә шыуа. Ниңә шул Елмерҙәктә тау саңғыһы үҙәге төҙөмәҫкә? Күпме эш урыны булыр ине! – тип зарын еткерҙе хеҙмәт ветераны, хаҡлы ялдағы уҡытыусы Ринат Шәйбәков.
Елмерҙәк тауына яҡын урынлашҡан ауылдарҙа ҡар ҙа күп яуа. Шуға ла бында, башҡа райондарға ҡарағанда, байтаҡҡа күберәк күләмдәге ҡарҙы таҙартырға тура килә. Был хакимиәттең финанс хәленә лә ныҡ тәьҫир итә.
– Ҡарҙы таҙартырға хакимиәттең тракторы юҡ. Инйәрҙән эшҡыуарҙы яллайбыҙ. Ул ауыл урамдарын бер килеп таҙартып ҡайтыу өсөн 30 мең һум аҡса ала, – ти хакимиәт башлығы.
Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса реформаға ярашлы ике ауылда 16 контейнер урынлаштырылған. Сүп-сар ташыусы махсус техника йөрөй башлаған, әммә был эште атҡарған төбәк операторҙары ла хакимиәткә үҙ шарттарын ҡуя – уларға ла яҡшы юл кәрәк. Шуға ла ҡышын ҡайһы саҡта юл таҙартыу өсөн тракторҙы аҙнаһына ике тапҡыр саҡыралар. Әле оператор аҙнаһына бер килә икән.
– Ғәбдүктә Салауат Юлаев урамы Инйәр йылғаһының икенсе ярында урынлашҡан. Күпер ҙә, юл да юҡ. “Эко-Сити” төбәк операторы машиналары унда бара алмай. Шуға ла йылғаның аръяғында урынлашҡан 41 хужалыҡ, ике-өс саҡрым ара үтеп, сүп-сарын ташырға мәжбүр.
Ошондай уҡ мәсьәлә Йөйәк ауылының Инйәр урамында йәшәгән йәнә 45 хужалыҡты борсой. Инйәрҙең икенсе ярында урынлашҡан был йорттарға ла ҙур махсус автомобилдәр үтерлек юл юҡ. Был урамға үтер өсөн юлды ремонтлауға документ әҙерләнгән, тик Йөйәктә карьер юҡ, экологтар ҡырсынташ алырға ҡушмай. Материалдың өҫтөнән атлап йөрөйбөҙ, республика Башлығы алырға ҡушһа ла, экологтар “юҡ” ти. Үҙем барып һораштым, “30 мең һум штраф”, тинеләр. Кеше алдында оят, “бына бит таш, алып түшә”, тиҙәр. 2019 йылдың февралендә Әбйәлил районында республика Башлығы ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә лә был мәсьәлә күтәрелде, әммә ул закон менән нығытылманы. Шуға ла экологтарҙы ла ғәйепләп булмай, – ти Радим Салауатов.
Ысынлап та, сер түгел, юл мәсьәләһе күптән был яҡтарҙағы ауылдар өсөн баш бәләһенә әйләнгән. Йөйәк һәм Ғәбдүк ауылдарындағы бер урамға ла асфальт ҡатламы түшәлмәгән, машина үткән һайын болоттай саң күтәрелә.
Бурыстар ҡуйыла, ә мөмкинлектәр сикләнгән
Ауыл биләмәләре етәкселәре менән осрашҡан һайын, ошо уҡ зарҙы ишетергә тура килә, тип әйтһәм дә арттырыу булмаҫ. Әйҙә, был хаҡта үҙҙәре һөйләгәнде тыңлайыҡ.
– Муниципаль үҙидара органдары бөгөн бер нәмәне лә хәл итмәй, сөнки мөмкинлектәр сикләнгән, күп нәмә аҡса юҡлыҡҡа барып тоташа. Ә инде прокуратура, янғын хәүефһеҙлеге кеүек күҙәтеү органдарының беҙҙең мөмкинлектә эштәре юҡ – килеп тикшерәләр ҙә штраф сәпәйҙәр. Мәҫәлән, хәҙер ауылда янғын һүндереүҙә ҡатнашҡан кешене Өфөгә алып барып уҡытыуҙы талап итәләр, әгәр үтәмәһәң – алты мең һум штраф. Янғын һүндереү өсөн йылғала пирс – карап өсөн туҡтау урыны талап ителә, ә беҙҙең Инйәр йылғаһында ундай урынды эшләү мөмкин түгел, сөнки унда һыу кимәле йә арта, йә ныҡ кәмей, йә икенсе урынға китә, – тип үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр менән уртаҡлашты Радим Ғариф улы.
Бынан бер нисә йыл элек райондың ауыл биләмәләрендә бухгалтер штаты ҡыҫҡартылды, үҙәкләштерҙеләр. Был иһә район үҙәгенән 150 саҡрым самаһы ситтә ятҡан ошондай ауыл биләмәләре өсөн эштәрендә ҙур ауырлыҡтар тыуҙырған.
“Беҙҙә бухгалтер юҡ, үҙәккә күсерҙеләр. Хәҙер иһә, мәҫәлән, бер килограмм буяу алыу өсөн дә аңлатма яҙырға кәрәк. Хеҙмәт автомобиле өсөн 700 һумлыҡ запчасты үҙеңдең аҡсаңа һатып алыу отошло, ә уны үҙең эшләмәй ремонтҡа ҡуйһаң, был эш өсөн 3,5 мең һум аласаҡтар. 2019 йылда Йөйәк хакимиәтенә яңы автомобиль бирҙеләр, әммә юлдарыбыҙ насар булғас, транспорт тиҙ таушала. Юлдың насар булыуы сәбәпле, мөмкинлеге булған ғаиләләр, йәштәр ауылдан китә. Ауыл халҡы – бюджет учреждениеларында, тимер юлда, 30-лап ҡатын-ҡыҙ “Асы” шифаханаһында эшләй”, – ти Радим Салауатов.
Ғәбдүк ауылы ла Инйәр йылғаһы буйында урынлашҡан. Республика халҡына ул бер нисә йыл элек яҙғы ташҡында һыу аҫтында ҡалыуы менән дә билдәле. Был ауылға автомобиль юлы, стационар телефон элемтәһе, мәктәп, күперҙәр, үҙәкләштерелгән һыу селтәре – барыһы ла Мортаза Рәхимов республикаға идара иткән саҡта төҙөлә.
Был ауыл халҡын да тәү сиратта юлдың насар булыуы борсоуға һала. Ике ауылды тоташтырған юлдың хәүефлеген кәметкәндәр, тик уның сифаты насар. Юлсыларҙың тейешле иғтибары булмауы, даими төҙөкләндереп тормауы күҙгә күренеп тора. Район әһәмиәтендәге был юлды, тураһын әйткәндә, ике яҡтан ағас баҫып килә. Уны төҙөгәндән бирле юлдың ситтәрендә ағас ҡырҡылмаған, шуға ла юл буйында бағаналар ҙа күренмәй. Ошо тәртипһеҙлек дауам итһә, юлдың торошо тағы ла хөртәйәсәк, бер нисә йылдан бынан оло машиналар ҙа үтә алмаясаҡ. Ғөмүмән, ике ауыл араһындағы юл урман һуҡмағына әйләнеп бара.
– Ғәбдүктә электр уты элек хужаһыҙ була, суд ҡарары менән ауыл хакимиәтенә бирергә ҡушалар, тик беҙҙә уны хеҙмәтләндереү өсөн махсуслашҡан ойошма юҡ. 2019 йылдың октябрендә был хаҡта Башҡортостан юлдаш телеканалы журналисы Рафиҡ Әхмәтшин репортаж эшләгәндән һуң, ул саҡтағы район хакимиәте башлығы Владислав Миронов районға күсерергә рөхсәт итте, һуңынан “Белорет электр селтәрҙәре”нә тапшырҙылар. Шулай итеп, әлеге мәлдә электр селтәрҙәренең хужаһы бар, әммә ремонт эштәре алып барылмай. Линия авария хәлендә ҡала. Ауылдағы бағаналар 70-се йылдарҙан бирле тора, – тип ауыл биләмәһе башлығы Радим Салауатов был ауыл өсөн көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе менән уртаҡлашты.
Әйткәндәй, Ғәбдүк ауылы эргәһенән Өфө – Сибай тимер юлы уҙа. “Рәсәй тимер юлы” йәмғиәте электән бай һәм яуаплы предприятиеларҙың береһе һанала. Әллә капитализм шауҡымы, әллә хеҙмәтләндереүгә яуапһыҙ ҡарай башлағандармы, әммә ғәбдүктәрҙең уларға ризаһыҙлығы бар – тимер юлдың ҡала яны поездарға ултыртыу платформаһы иҫкереп, ҡойолоп төшөп тора. Был тимер юл биләмәһе булғас, унда район хакимиәте лә, ауыл биләмәһе хакимиәте лә килеп ҡыҫыла һәм ремонтлай алмай, йәғни тимер юлды күтәргәндәр, ә платформа аҫта ятып ҡалған, шуға ла ололар, балалар өсөн был ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра.
Былтыр Ғәбдүк халҡы, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, ауыл зыяратын кәртәләргә уйлаған, тик конкурстан үтә алмаған. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә ҡуйылған обелискыны ремонтлауға 250 мең һум аҡса бүленгән. Шулай уҡ үткән йылда мәктәп эргәһендә яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйылған.
Бындай ҡатындарға һәйкәл ҡуйырлыҡ
Йөйәктә йәшәгән Рәйсә Шәйхелислам ҡыҙы Хәсәнова оҙаҡ йылдар почтальон булып эшләй. 64 йәшлек был апай әле лә аҙнаһына өс тапҡыр Ғәбдүк ауылына йәйәү барып (бер яҡҡа ғына һигеҙ саҡрым үтергә кәрәк), почта тарата. Тәүҙә ул Ғәбдүк ауылы эргәһендәге тоннелдә эшләгән, 1994 йылдан – почтала.
– Ауыл халҡы күберәк район гәзите “Урал”ды, “Йәшлек”те алдыра. Гәзит-журналдарға яҙылыусылар йылдан-йыл кәмей, хәҙер уҡытыусылар ҙа йүнләп яҙылмай башланы, – ти Рәйсә Шәйхелислам ҡыҙы.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, тау-таш араһын йәйәүләп үткән, хеҙмәтен намыҫлы үтәгән апай һоҡланыу хисе тыуҙырҙы.
Әйткәндәй, пенсия таратыу ҙа уның хеҙмәти бурысы һанала. Белорет почтамты аҡсаны Йөйәк ауылына тиклем генә алып килә, ә ҡалғаны – Рәйсә апай иңендә. Әлбиттә, аҡса менән юлға сығыу хәүефле, шуға ла ул бындай осраҡта ауыл хакимиәте башлығынан машина һорарға мәжбүр йә башҡа кешеләрҙән үтенеп транспорт эҙләй. Ә бит был хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтмәү, тупаҫ боҙоу булып тора.
Ғәбдүктә ауыл халҡы менән дә осраштыҡ. Бына ниндәй фекерҙәрен еткерҙе улар.
– Беҙҙе юлдың насар булыуы борсоуға һала. Һәр кем йортона телефон үткәрә алмай, өс тапҡыр ғариза яҙҙым. Коронавирус таралғас, ике ейәнем миндә булды. Күршенең ватсабы аша уҡынылар.
Рәүфә АЙЫТБАЕВА, башланғыс кластар уҡытыусыһы:
– Бөгөн әле һаман да электр менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителмәй. Саҡ ҡына ел булһа, ут һүнә лә ҡуя. Дистанцияла уҡыттыҡ, ауырлыҡтар булды, сөнки күптәрҙең телефоны ла, интернеты ла юҡ. Ике баланың өйөнә йөрөнөм. Эш булмағас, балалар һаны ла кәмене, йәштәр ситкә китә. Әле мәктәптә 50-гә яҡын бала иҫәпләнә, беренсе класҡа ете уҡыусы килде. Мәктәп яңы, шарттар бар, әммә ауылда эшһеҙлек һәм юлдың насар булыуы арҡаһында кешеләр ситкә китергә мәжбүр. Заман ниндәй булһа ла, халыҡ йәшәргә тырыша, беҙҙә кеше тырыш. Шуны ла әйтергә кәрәк, ауылдарҙа эскелек бөтмәне, араҡы һатҡандар ҙа бар. Йөрөп әйтеп, тыйып ҡарайбыҙ, тик әллә ни һөҙөмтә бирмәй.
Атай нигеҙен һаҡлайым тип...
Йөйәккә кире әйләнеп килгәс, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Земфира Йәғәфәр ҡыҙы Хәйретдинова (Нурғәлина) менән осраштыҡ. Ул, йәш сағында атай нигеҙен ҡалдырып, оҙаҡ йылдар баш ҡалала ташсы булып эшләгән. 2012 йылда тыуған ауылына кире күсеп ҡайта.
– Атай нигеҙен бөтөрмәйем тип ҡайттым. Ҡайтҡас та кәртә-ҡураны ипләнем. Ҡарттар донъяһын йәштәрсә үҙгәртеп ҡороп алдым, – ти Земфира Йәғәфәр ҡыҙы.
Уңған ҡатындың баҡсаһы һәм ихатаһы сәскәгә күмелгән. Йәшелсә, еләк-емеш тә үҫтерә. Баҡсаны ҡараһаң ғына баҡса ул, тип халыҡта әйткәнсә, Земфира ханымдың был эшкә бөтә күңелен һалғаны күренеп тора.
Ул үҙ эсенә генә бикләнеп өйҙә ултыра торған ҡатындарҙан түгел, ҡайтҡас та ауылдың тормошонда әүҙем ҡатнаша башлаған. Былтыр Йөйәк мәҙәниәт йорто етәксеһе Айгөл Закирова башланғысында “Инйәр” вокаль ансамблен ойошторғандар. Әле унда ун кеше шөғөлләнә.
Земфира Хәйретдинованың үткерлеген, тырышлығын, егәрлелеген күреп, былтыр ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе итеп һайлағандар.
– Ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Гөлсөм Ноғаманова, Гөлфинә Сибәғәтуллина менән эскән ғаиләләргә йөрөп, аңлатыу эше алып барабыҙ, тик уларҙы был насар ҡылыҡтарынан арындырыуы ҡыйын. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай ғаиләләр бар, балалары йәл. Хөкүмәт аҡса түләй, ә улар сабыйҙарына тиҙ әҙерләнә торған ризыҡ (БП) ашата.
Ауылда өмәләр ҙә үткәрәбеҙ. Район кимәлендәге смотр-конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Бындай сараларҙа Рәүилә Мөхәмәтшина, Нәғимә Ғарипова, Флүзә Ғәләүетдинова, Зияда Исхаҡова, Айгөл Закирова, Гөлфинә Ғәләүетдиновалар айырыуса әүҙем, – ти Земфира Йәғәфәр ҡыҙы.
Ауылдың һәүәҫкәр артистары үҙ көстәре менән милли кейем тектереп кейгән. Был йәһәттән улар Нәғимә Ғариповаға һәм Айһылыу Әлибаеваға рәхмәтле. Шулай уҡ “Аулаҡ өй” ойоштороп, түшелдерек, һаҡал яһайҙар, ҡул эштәре менән булышалар.
“Урын кешене түгел, ә кеше урынды биҙәй”, тиҙәр. Был әйтем нәҡ Земфира Йәғәфәр ҡыҙы кеүек уңған башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары тураһында әйтелгән дә инде. Ошондай милләттәштәребеҙ булғанда, ауылдар ҙа һүнмәҫ әле.