Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Сентябрь 2020, 21:25

“Яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!”

Хәмдүнә Тимерғәлиева Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булды. 15 сентябрҙә награданы йырсының туғандарына тапшырҙылар.

Республика Башлығы Радий Хәбиров, Татарстандың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы Тимерғәлиеваның вафат булыуы сәбәпле, ҡайғы уртаҡлашты. Төбәк етәксеһе йырсының туғандары, шулай уҡ Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов исеменә телеграмма ебәрҙе. Унда былай тиелә:
“Беҙ татар һәм башҡорт сәхнәһенең сағыу йондоҙона әүерелгән талантлы яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ һәм һоҡланабыҙ. Уның башҡарыу диапазонын бик киң. Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙының репертуарында халыҡ йырҙары менән бер рәттән заманса эстрада композиторҙарының әҫәрҙәре лә ҙур урын биләне. Уның башҡарыуындағы йырҙар хаҡлы рәүештә милли музыка сәнғәтенең алтын фондына инде.
Һоҡланғыс йырсының ижадына ғашиҡтар, бөтә башҡортостандар ауыр юғалтыу тойғоһо кисерә. Хәмдүнә Тимерғәлиева хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!”
Республика Башлығы Указы менән Хәмдүнә Тимерғәлиева Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был награданы ул тере сағында ала алманы. 15 сентябрҙә уны йырсының туғандарына тапшырҙылар.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: