Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2020, 23:30

Ҡайтыр юлына ла аҡсаһы юҡ

Яҡты хыялдар менән Башҡортостанға йәшәргә килгән етем ҡыҙ ауыр яҙмыш һынауына дусар булған.

Тирә-яғыбыҙҙа мәрхәмәтле кешеләр бар бит ул: Верониканың хәленә Күп балалы ғаиләләргә ярҙам фонды иғтибар иткән һәм булышлыҡ ҡылған. Фонд ирекмәндәре һөйләүенсә, ҡыҙ етем, эскесе әсәһе уны бәләкәйҙән балалар йортона тапшырған.

Шулай итеп, Вероника бәлиғ булғансыға тиклем махсус учреждениела тәрбиәләнә, ә 18-е тулғас, уға элек әсәһе йәшәгән коммуналь бүлмәнең асҡыстарын тапшыралар. Әммә күршеләре яңы хужабикәне торлаҡҡа индерергә теләмәй, шунлыҡтан ҡыҙ таныштарында йә социаль приюттарҙа көн күрә.

Бер көн Вероника Мәскәүгә Башҡортостандан командировкаға килгән егет менән таныша. Тәү ҡарамаҡҡа егет бик итәғәтле һәм ышаныслы күренә ҡыҙға, йәштәр араһында яҡын йылы хистәр барлыҡҡа килә. Егет ҡыҙҙы үҙенә, Башҡортостанға, ауылдағы бәләкәй ағас өйөнә йәшәргә саҡыра.

Ике йылға яҡын бергә йәшәй йәштәр, ул арала Вероника ауырға ҡала. Ә ышаныслы тигән егет йыш ҡына юғалып тора, быны ул икенсе ҡалаларға командировкаларға йөрөүе менән аңлата - тик ҡыҙ уның ҡайҙа кем булып эшләгәнен барыбер аңламай. Эше һатыу менән бәйлелер, шуның өсөн төрлө ҡалаларға йөрөргә кәрәктер тип уйлай.

Бер көн полиция килеп ишек шаҡығас ҡына ҡыҙға йәмәғәтенең төп булмышы асыла: баҡтиһәң, егет ҙур ҡалаларға урлашыу өсөн сәфәр ҡылған, бының өҫтөнә уның наркотик ҡулланыуы ла билдәле булған.

Алдаҡҡа ҡоролған тормош селпәрәмә килгәс, Вероника Мәскәүгә ҡайтып, үҙ тормошон мираҫҡа ҡалған бүлмәһендә ҡорорға, бәпесен (ауыры 30 аҙна тирәһе) шунда табырға теләй, ә баланың атаһы менән башҡаса ҡатышырға уйы юҡ. Ҡайтып етергә, донъяға килгән яңы кешене матур итеп ҡаршы алырға, бүлмәһендә ремонт эшләргә, тыуасаҡ сабыйға кәрәк-яраҡ алырға һәм башҡалар... Былар өсөн яңғыҙ кешегә байтаҡ аҡса кәрәк буласаҡ, ә уның юлға ла аҡсаһы юҡ. Күп балалы ғаиләләргә ярҙам фонды Верониканың хәленә инеп, ярҙам өсөн аҡса йыйыуҙы ойошторған. Буласаҡ әсәгә ярҙам итеүселәр, һис шикһеҙ, табылыр һәм Верониканың киләсәге яҡты, бәхетле булыр тип ышанабыҙ.

Фото: pinterest.pt
Читайте нас: