Йәмғиәт
16 Сентябрь 2020, 16:00

Ҡоролтай делегацияһы – Әбйәлилдә

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы Әбйәлил халҡы менән осраша.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы Әбйәлил халҡы менән осраша.
Президиум ағзалары, Башҡарма комитет һәм аппарат белгестәре Әбйәлил районының Гусев, Ташбулат, Амангилде һәм Буранғол ауылдарында граждандар йыйылышында ҡатнаша.
Районда экологик хәүефһеҙлек мәсьәләләрен күҙәтеүгә бәйле һорауҙар - делегация көн тәртибендә ҡараған мәсьәләләрҙең береһе. Башҡорттар ҡоролтайы халыҡты борсоған ошондай проблемалар менән таныша. Әбйәлил районында халыҡ Салауат совхозы утарындағы баҡырҙы эшкәртеү буйынса пландарға ҡаршы протест белдерә. Тәбиғәткә, эсәр һыуға зыян килтереләсәк, тип хәүефләнә улар. “Бындай ҡарарҙарҙы ҡабул иткәндә район, дөйөм алғанда, республика халҡының фекерен иҫәпкә алыу мотлаҡ. Мөмкинлектәребеҙгә ярашлы ярҙам итергә әҙербеҙ: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы урындағы хәрәкәттең күпмегә законлы икәнлеге буйынса объектив мәғлүмәт алыу өсөн барлыҡ сараларҙы күрәсәк. Тап ошоноң өсөн район халҡы менән осрашыуҙар үткәрелә”, – тип белдергән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов.
Әбйәлил районы халҡын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ағымдағы проекттары менән таныштырғандар. Төп проекттарҙың береһе – “Айыҡ ауыл”. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева уны тормошҡа ашырыу барышы менән таныштырған. Ул үҙенең сығышында ошо башланғыс ярҙамында республика ауылдарында сәләмәт тормош алып барыуҙың файҙаһын күрһәтеүгә өлгәшелгәне хаҡында һөйләгән. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы шулай уҡ бүләктәр фондының 40 миллион һумға тиклем арттырылыуы, ауылдарҙа инфраструктураны яҡшыртыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәге тураһында еткергән, әүҙемселәргә рәхмәт белдергән. Әйткәндәй, былтыр “Айыҡ ауыл” конкурсында Әбйәлилдән 16 ауыл биләмәһе ҡатнашҡайны.
“Айыҡ ауыл” конкурсында ғына түгел, тотош йәмғиәттә сәләмәт тормош алып барыуҙа һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн һеҙҙең ярҙамығыҙ, урындарҙағы сараларҙа әүҙем ҡатнашыуығыҙ кәрәк”, – тип граждандарға мөрәжәғәт иткән Сәлиә Мырҙабаева.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләләре хаҡында ла һөйләшкән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағында эшләгән комиссия мәсьәләне хәл итеү өсөн урынға сығырға әҙер. Ойошманың биләмәләр менән эшләү бүлеге етәксеһе Рөстәм Баянов Башҡортостан Башлығы гранты нигеҙендә “Башҡорт теле йылы” проектының тормошҡа ашырылыу барышы хаҡында һөйләгән. “Проекттың сиктәре юҡ. Миҫал өсөн, апрелдә башҡорт теле буйынса онлайн-диктант үткәрелгәйне. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, шулай уҡ сит илдәрҙән – Канаданан, Ҡаҙағстандан, Италиянан һәм башҡаларҙан ватандаштарыбыҙ ҡатнашты. Илдең биш төбәгендә йәкшәмбе мәктәптәренә башҡорт телен өйрәнеүҙе индереү мөмкин булды. Мәҫәлән, сентябрҙә Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡалаһында башҡорт телен өйрәнә башланылар”, – тип белдергән Рөстәм Баянов.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы составында республиканың Ауыл хужалығы министрлығы һәм Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре булған. Белгестәр республикала тормошҡа ашырылған төрлө программалар, эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм башҡалар хаҡында һөйләгән, һорауҙарға яуап биргән. “Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы буйынса кәңәштәр биреү үҙәге” дәүләт ойошмаһы белгесе Әлфирә Мәжитова үҙ эшеңде үҫтереү, инфраструктураны, ауыл хужалығын яҡшыртыуға йүнәлтелгән гранттар хаҡында һөйләгән.
Башҡорт ойошмалары һәм хакимиәттәр менән урындарға сығып үткәрелгән бындай осрашыуҙарҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы беренсе тапҡыр ғына үткәрмәй. Ойошма делегацияһы Йылайыр, Федоровка, Көйөргәҙе, Баймаҡ, Ейәнсура, Күгәрсен, Хәйбулла, Нуриман райондарында ла булған. Урында үткәрелгән кәңәшмәләрҙә район ҡоролтайҙары, ижтимағи ойошмалар вәкилдәре, эшҡыуарҙар, методистар һ.б. ҡатнашҡан.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Читайте нас