Кисә Ҡырмыҫҡалы районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән: көслө имгәнеүҙән йәш кеше һәләк булған.
Республика ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, авария Өфө - Инйәр - Белорет юлының 24-се километрында сит ил һәм ватан автомобилдәре ҡатнашлығында булған.
"Mitsubishi L200" менән - 33 йәшлек ир, ә ВАЗ-2110 ватан автомобиленә 32 йәшлек Ҡырмыҫҡалы районы кешеһе идара иткәне мәғлүм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көслө бәрелешеүҙән алған яраларҙан икенсе водителдең ғүмере өҙөлгән, ул "Ашығыс ярҙам" килгәнсегә тиклем үк йән биргән.
Әле авария сәбәптәре тикшерелә.