Йәмғиәт
17 Сентябрь 2020, 17:30

Үгәй атайға - бысаҡ менән...

"Әсәйемде рәнйетте..."

Ишембай үҙәк район дауаханаһына бысаҡтан яраланған 58 йәшлек ирҙе килтерәләр, табиптар үҙ сиратында хәл тураһында полицияға хәбәр итә. Был хаҡта "Башинформ" яңылыҡтар хеҙмәте хәбәр итә.
Шик аҫтына ирҙең 44 йәшлек үгәй улы эләгә. Ул алдан да бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән була.

Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, араларында ҙур низағ сыға. Ҡырын тейәп алған ир үгәй атаһына бәйләнә. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, үгәй атаһы әсәһенә насар мөғәмәләлә булған, ыҙалатҡан, рәнйеткән, шуға ыҙғыш сыҡҡан. Ахырҙа конфликт бысаҡлашыу менән тамамлана: ир үгәй атаһының эсенә бысаҡ менән сәнсә. Үҙе шунан "Ашығыс ярҙам" саҡыра, һөҙөмтәлә ҡаза күреүсене дауаханаға һалалар.

44 йәшлек ир ҡулға алына, ғәйебен тулыһынса таный. Алдан уйлап кеше һаулығына ауыр зыян килтергән өсөн уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас