Йәмғиәт
17 Сентябрь 2020, 10:40

Рөстәм Нәбиевтың тағы ниндәй хыялы бар?

Был хаҡта билдәле блогер Эльбрусты яулағас, ҡатынына ебәргән видеояҙмала хәбәр иткән...

Көслө рухлы яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев Рәсәйҙең иң бейек тауы - Эльбрустың башына менеп етеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Тауҙы яулағас, Рөстәм Нәбиев ҡатыны Индираға бик матур мәғәнәле видеояҙма ебәргән. Был хаҡта Индира социаль селтәрҙәрҙә бүлеште, иренең тағы бер хыялын еткерҙе.
"Индира, тауға менгән арала, беләһеңме, нимә хаҡында уйланым? Улым йәки тағы бер ҡыҙым тыуыуын теләйем. Мин ҙур ғаилә хаҡында хыялланам", - тип өндәшкән ул ҡатынына.
Индираның социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Рөстәм Нәбиевтың был матур хыялын күтәреп алыусылыр бик күп. Улар йәштәргә киләсәктә татыу ғүмер, бер-береһенә терәк булып, күп балалар үҫтереүҙәрен теләгән.
Фото: Рөстәм Нәбиевтың шәхси архивынан.
Читайте нас