Йәмғиәт
16 Сентябрь 2020, 19:00

Әсәһе туҡтауһыҙ илай, өләсәһе – хәл өҫтөндә...

"Тикшереүсе лә өндәшмәй. Уның яҡын дуҫтары ла, ҡыҙы ла юҡ ине".

Бәләбәй ҡалаһынан 18 йәшлек Артур Ғәлиуллиндың юғалғаны хаҡында хәбәр иткәйнек инде. 1 сентябрҙә иртән ул паспортын һәм иретеп йәбештереүсе танытмаһын алып эшкә тип сығып киткән дә, шунан бирле хат-хәбәре юҡ. Ул йә Түбәнге Новгородҡа, йә Йәрмәкәйҙәге сусҡасылыҡ комплексына юл алған тип фараз итәләр.
“Шунан бирле бөтөнләй мәғлүмәт юҡ. Тикшереүсе лә өндәшмәй. Артурҙың туғандарының хәле насар: әсәһе бер туҡтауһыҙ илай, ә өләсәһе түшәккә ятты. Уның яҡын дуҫтары ла, ҡыҙы ла юҡ ине. Бер ҡасан да үҙенең проблемалары тураһында һөйләп йөрөмәне, шуға нимә уйларға ла белмәйбеҙ”, – ти ғаиләнең бер дуҫы “Горобзор” порталы хәбәрселәренә.
Уның һөйләүенсә, Артур яңы ғына училищела уҡыуын тамамлаған, эшкә төшөргә теләгән. Көҙгөһөн армияға саҡырыу алырға тейеш булған, әммә ул военкоматта булмаған.
Егеттең буйы 180 сантиметр, уртаса кәүҙәле, сәсе ҡара, күҙе ҡуңыр. Һоро джемпер, ҡара-күк трико, ҡара кроссовка кейгән булған. Уны ҡайҙалыр күрһәгеҙ, бушлай “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына шылтыратыуҙы үтенәләр: 8 800 700 54 52.
Фото: Ғәлиуллиндарҙың ғаилә архивынан.
Читайте нас