Йәмғиәт
17 Сентябрь 2020, 18:30

Сабыйын үлтерергә маташҡан кеше әсә түгел...

Йәйгеһен Беренсе каналдағы “Һөйләһендәр әйҙә” тапшырыуында ҡатнашып, әсә “балам үле килеш тыуған тип уйланым” тип аҡланды.

14 майҙа Туймазы ҡалаһында яңы тыуған улын сүп-сар контейнерына ташлаған 36 йәшлек Әлиә Ғимранова тураһында яҙғайныҡ инде. Ярай әле уҙып барған урам һепереүсеһе бала тауышын ишетеп, полиция һәм табиптарҙы саҡырта.
Йәйгеһен Беренсе каналдағы “Һөйләһендәр әйҙә” тапшырыуында ҡатнашып, әсә “балам үле килеш тыуған тип уйланым” тип аҡланды. Тәфтиш комитеты тарафынан ҡатын үлтерергә маташыуҙа ғәйепле тип табылды. Ул ғәйебен таныған.
Әле Туймазы район суды Әлиәне ошо сабыйына әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иткән. Прокуратура опека һәм попечителлек органының талабын яҡлап сыҡҡан. Ҡатындың ҡалған ике балаһына ҡарата хоҡуғын сикләгәндәр генә. Уларҙы атайҙары тәрбиәләй.
Фото: iyryzan.rbsmi.ru
Читайте нас