Йәмғиәт
17 Сентябрь 2020, 06:00

Янғындан йолоп алған!

Тәүәккәл ир үтеп бармаһа, оло бәлә булыр ине...

Ишембай районында йәшәгән ир бер мәлдә геройға әйләнгән. Ул Павловка ауылында сыҡҡан янғында ҡатынды ҡотҡарып ҡалған.
Был хәл иртәнсәк була. Янғын сығып, йортто ялҡын ялмап алғанда, ир кеше эргәнән үтеп барған була. Ул юғалып ҡалмай, йәһәт кенә тәҙрәне ватып кереп, ҡаза күреүсегә ярҙамға ашыға һәм янған йорт эсендә ҡалған ҡатынды ҡотҡара.
Ишембай районы етәкселеге ҡыйыу ирҙе - ошо ауыл кешеһен, “Ғаилә” көньяҡ-көнсығыш үҙәгендә водитель булып эшләүгән Антон Михайловичты бүләкләргә вәғәҙә биргән.
Эйе, һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай тиҙәр, боронғолар. Ҡатындың бәхетенә күрә, тап шул мәлдә тәүәккәл ауылдашы үтеп барған, юғиһә, оло бәлә булыр ине. Арабыҙҙа Антон Михайлович кеүек батыр йөрәкле кешеләр булыуы һоҡландыра.
Фото pixabay.com
Читайте нас