Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн эш сәфәре менән Ҡыйғы районында ла булды. Унда агросәнәғәт комплексы предприятиеларын ҡараны, төҙөкләндереү барышы менән танышты, төбәктең социаль һәм мәҙәни объекттарында булды.
Түбәнге Ҡыйғыла төбәк етәксеһе былтыр милли проектҡа ярашлы төҙөлгән ауыл мәҙәниәт йортон ҡарап сыҡты. Бында бер ҡыйыҡ аҫтында балалар сәнғәт мәктәбе, китапхана, музей урынлашҡан, заманса тамашалар залы яңы техника менән тәьмин ителгән. Мәҙәниәт йортоноң секция һәм ижади коллективтарында 170-тән ашыу кеше шөғөлләнә, яҡындағы ауылдарҙан да киләләр.
– Беҙҙә ауыл тренерҙарына, табиптарына ярҙам итеү программалары бар. Хәҙер әҙерәк көс йыйғас, мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә булышлыҡтың икенсе этабын башлаясаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Бында йәшәгән кешеләр Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итеп, Түбәнге Ҡыйғы ауылындағы табип амбулаторияһын тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационарға әйләндереүҙе һораны. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикала һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү концепцияһы район үҙәктәрендә тәүлек әйләнәһенә эшләгән, тар белгестәр менән тәьмин ителгән бүлексәләр булыуын күҙ уңында тота.
Башҡортостан Башлығы “Үҫеш нөктәһе” балалар телестудияһына интервью бирҙе. Ул бәләкәй сағында биолог булырға хыялланғаны тураһында әйтте, тик яҙмыштың икенсерәк килеп сығыуын билдәләне. Республика буйлап сәйәхәт ҡылырға, халыҡ менән аралашырға яратыуын әйтте, шулай уҡ йәй Башҡортостандың төньяҡ төбәктәренә мотлаҡ киләсәге тураһында белдерҙе.
Район үҙәге Үрге Ҡыйғыла төбәк етәксеһе “Уңайлы ҡала мөхитен формалаштырыу” программаһы буйынса ауыл паркын төҙөкләндереү барышын ҡараны. Бында кәртәләрҙе алмаштырырға, тротуарҙар яһарға, спорт һәм балалар майҙансыҡтары, воркаут-зона, машиналар ҡалдырыу өсөн майҙан булдырырға, яҡтылыҡ системаһы ҡуйырға йыйыналар. Объекттың хаҡы – 8,5 миллион һум. Эштәр йыл аҙағына тиклем тамамланасаҡ.
Район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко белдереүенсә, парк яңы төҙөлгән биҫтә үҙәгендә урынлашҡан һәм кешеләрҙең яратҡан ял урыны булып тора. Яңыртыу эштәре тамамланғас, бында килеүселәр тағы ла артыр тип көтөлә.
Үрге Ҡыйғы ауылында “Һөт кухняһы”ның яңы етештереү цехы асылырға тора. Был - республикалағы ошондай етенсе махсуслаштырылған балалар туҡланыуы учреждениеһы. Яңы һөт кухняһының тауарҙарын республиканың төньяҡ-көнсығышында – Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле, Салауат һәм Балаҡатай райондарында йәшәгән өс йәшкә тиклемге 1,5 мең самаһы бала өсөн бушлай алыу мөмкин буласаҡ.
Радий Хәбиров етештереү процесы, тауарҙар ассортименты менән танышты, предприятиеның артабанғы үҫеш юлдары тураһында һөйләште. Республиканың сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев белдереүенсә, Башҡортостанда 97 тауар биреү пункты эшләй. Алты айҙан өс йәшкә тиклемге 22,5 мең бала өсөн аҙыҡ-түлек бушлай алына. Шулай уҡ улар 107 мәктәпкә алып барыла, 160 магазиндан һатып алырға була. Планда – Иглинда тағы бер етештереү урыны асыу.
– Беҙ Башҡортостанда һөт кухнялары селтәрен тергеҙҙек һәм булдырҙыҡ. Уны Советтар Союзындағынан яҡшыраҡ иттек хатта. Улар менән республиканың бөтә райондарын да тәьмин иттек, – тине Радий Хәбиров. – Был бик мөһим әйбер. Иҡтисадтағы ауырлыҡтарға ҡарамай, эште дауам итәсәкбеҙ, сөнки һүҙ балаларҙың һаулығы тураһында бара. “Һөт кухняһы” тигән бренд күрәһегеҙ икән, белегеҙ: ул – сифат гарантияһы. Был тауарҙы балаларға, туғандарға, яҡындарға ҡурҡмай алырға була.
Туғыҙлы ауылында республика етәксеһе “Овощной край” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы эшмәкәрлеге менән танышты. Улар бройлер себештәре үҫтереү менән шөғөлләнә. Кооператив рәйесе Динар Әхмәтдинов белдереүенсә, хужалыҡтың мөмкин булған ҡеүәте – йылына 80 мең баш себеш, ә 2025 йылға килемде 8,3 миллион һумға еткерергә планлаштырыла. Радий Хәбиров үҫеш проектын киләсәктә үтәсәк “Инвестиция сәғәте”ндә ҡарарға тәҡдим итте.
Эш сәфәренә йомғаҡ яһап, Радий Фәрит улы райондарға йышыраҡ сығырға теләгәне хаҡында әйтте.
– Беҙ бит матурлыҡҡа һоҡланыр өсөн килмәйбеҙ, ә кешеләргә ярҙам итәбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Хәҙер булған урындарға кире барыу ваҡыты етә, элекке сәфәрҙәрҙең һөҙөмтәләрен, башҡарылған бурыстарҙы күрергә була. Дөйөм алғанда, район мине ҡыуандырҙы. Муниципалитет етәксеһе итеп ҡуйылған беренсе ҡатын-ҡыҙҙың эше нисек барғанлығын күргем килә ине. Дөйөм алғанда, барыһы ла яҡшы. Халыҡ әүҙем, йүнсел.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.