Башҡортостан
+21 °С
Болотло
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2020, 14:30
Ҡала киңлектәрен үҫтерәбеҙ
Ағиҙел ҡалаһында #URBANSPRINT марафоны нигеҙендә “Бәләкәй ҡалалар ҙур ижад өсөн” стратегик сессияһы булды.
Ағиҙел ҡалаһында Стратегик башланғыстар агентлығы Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты менән берлектә
#URBANSPRINT
марафоны нигеҙендә “Бәләкәй ҡалалар ҙур ижад өсөн” стратегик сессияһын ойошторҙо.
Мәғлүм булыуынса, бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Сессияның төп саҡсаты – берҙәм тырышлыҡ менән үҙенсәлекле ҡарарҙар ярҙамында ҡалаларҙы үҫтереү, уларҙа йәшәү өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу алымдарын билдәләү.
Сарала ҡатнашыусылар ҡалаларға стратегик идара итеүгә, проектлауға, резиденттар һайлауға, маркетингҡа урындағы халыҡты йәлеп итеү, ошо эштә эшҡыуарлыҡтың әһәмиәтен арттырыу зарурлығы тураһында һөйләне. Төрлө биләмәләрҙән килгән командалар ҡала мөхитен үҫтереүҙе айырым ҙур йүнәлеш булараҡ билдәләне, уларҙы яңы кимәлгә сығарыу, йәшәү өсөн уңайлы, бизнес өсөн һөҙөмтәле итеү йәһәтенән тәҡдимдәре менән уртаҡлашты.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: biznestur.bashkortostan.ru
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"