Был аҙнала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә шишәмбе көн үтте. Унда мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Улар араһында һәр ваҡыттағыса коронавирусҡа бәйле хәл, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ҡалаларҙы төҙөкләндереү, ауыл хужалығы һәм башҡалар булды.
Яңы уҡыу йылын күптәр бер ни тиклем хәүеф менән көтөп алғайны. Был, әлбиттә, коронавирус инфекцияһына бәйле. Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин белдереүенсә, уҡыу йылы башланыу менән 67 уҡыусы һәм уҡытыусы сирләй башлаған. Бөгөн 853 уҡыусы карантинда. Был – 14 район һәм ҡалала урынлашҡан 41 мәктәп.
Балалар баҡсаларына килгәндә, республикала дүрт мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы карантинға киткән. Ҡайһы бер төркөмдәр ябылған. Ә бына урта һөнәри белем биреү учреждениеларында коронавирус менән сирләүҙең бер осрағы ла теркәлмәгән.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирусҡа бәйле дөйөм мәғлүмәттәрҙе бирҙе. Шулай уҡ ул грипп һәм коронавирустан вакцинацияланыу тураһында һөйләне. Әле Башҡортостанда 287 мең кеше грипҡа ҡаршы прививка яһатҡан. Быйыл уны бөтәһе ике миллион кешегә яһау планлаштырыла. Коронавирусҡа килгәндә, әлегә Башҡортостанға был вакциналар килеп етмәгән. Тейешле заявка бирелгән.
– Илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығына беренсе этапта һәм дөйөм алғанда кәрәк буласаҡ минималь иҫәп-хисаптарҙы ебәрҙек. Вакцинаны тотоу өсөн урын әҙерләнде, ул “Башфармация” келәтендә һаҡланасаҡ, – тине Максим Забелин.
Кәңәшмәлә уҙған аҙнала үткән һайлауға йомғаҡ яһалды. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко белдереүенсә, кампания ойошҡан рәүештә үткән, һайлауға быға хоҡуғы булған кешеләрҙең 52 проценты килгән. Урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын һайлауҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһы тауыштарҙың 70 процентын йыйған. Икенсе урында – КПРФ (4 процент), өсөнсө – ЛДПР (3 процент). Үҙҙәрен үҙҙәре тәҡдим иткән депутаттар 14 процент тауыш йыйған.
Быйыл ауыл хужалығы тармағы юғары уңышы менән ҡыуандыра. Республиканың агросәнәғәт комплексы бөтә йүнәлештәр буйынса ла аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин иткән. Вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, уңыш сәселгән баҫыуҙарҙың 91 процентынан, 1636 миллион гектарҙан йыйып алынған. Бөтәһе 3,7 миллион тонна иген һуғылған.
Үткән аҙнала шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу башланған. Уның уртаса уңышы гектарынан 331 центнер тәшкил итә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быйыл 180-190 мең тонна “татлы тамыр” йыйып алыныр тип көтөлә. Республиканың мохтажлығы – 91 мең тонна. Шулай булғас, артып ҡалған уңыш һатыуға китәсәк. Бөгөндән килешеүҙәр төҙөлә башлаған да.
Кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына иғтибар ҙур булды. Беренсе күтәрелгән һорау йылытыу миҙгеле башланыуға бәйле ине. Шартлы дата билдәләнгән дә: 21 сентябрҙән республикала йылытыу миҙгеле башланасаҡ. Тик йылы биреүҙең аныҡ ваҡыты һауа торошона ҡарап хәл ителәсәк.
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Николай Ельников белдереүенсә, был ҡарар муниципалитеттарға еткерелгән.
– Социаль объекттарға килгәндә, бөгөнгә Благовещен, Бөрйән, Шаран һәм Яңауыл райондарында 39 объектҡа йылы бирелгән. Халыҡ быға бәйле мөрәжәғәттәрҙе социаль селтәрҙәрҙә лә ҡалдыра. Район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына социаль объекттарҙа йылытыу миҙгелен башлау мөмкинлеген бөгөндән ҡарай башларға тәҡдим итәм, – тине ул.
Быйыл “Йәшел Башҡортостан” һәм “Еңеү урманы” акциялары “Йәшел Рәсәй” Бөтә Рәсәй экологик өмәһе сиктәрендә үтәсәк. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы 19 сентябрҙә Хәйбулла районында башланасаҡ, бында хакимиәт башлыҡтары эре ағастар аллеяһын ултыртасаҡ. Ошо көндә республиканың башҡа ҡала һәм райондарында экологик өмәләр үтәсәк. Халыҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр ихата һәм урамдарҙы тәртипкә килтерәсәк, төҙөкләндереү һәм йылғаларҙы таҙартыу менән шөғөлләнәсәк. 26 сентябрҙә төп саралар уҙасаҡ.
Ишембай, Бәләбәй һәм Бөрө ҡалалары бәләкәй ҡалалар һәм тарихи үҙәктәрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарға Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы һәм төҙөкләндереү өсөн гранттар алды.
Был ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтары башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Бөрөлә улар – 75, Ишембай һәм Бәләбәйҙә 90 процентҡа тамамланған. Яңы биләмәләрҙе асыу ҙур саралар менән бергә үтәсәк.
Өфөләге Ағиҙел ярына ла ҙур иғтибар бирелде.
– Хәҙер беҙҙә лә төҙөкләндерелгән яр буйы бар. Ҡайһы бер эштәрҙе тамамлар кәрәк әле. Яр буйы эшҡыуарҙар өсөн дә ылыҡтырғыс. Шуға күрә беҙ эш төркөмө булдырабыҙ, уға үҙем етәкселек итәсәкмен. Маҡсатыбыҙ – бизнесты йәлеп итеү, сөнки беҙ бөтәһен дә бюджет иҫәбенә генә башҡара алмайбыҙ, – тине ул.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, яр буйын үҫтереү өсөн ресторандар төҙөргә, балалар һәм спорт объекттары булдырырға кәрәк. Бизнесҡа килгәндә, бында билдәле ресторатор Александр Антонов йәлеп ителәсәк.
– Уның ошоноң кеүек биләмәләрҙе үҫтереү тәжрибәһе ҙур. Шуға күрә ул был комиссияла йәмәғәт башланғысында секретарь буласаҡ. Киләһе йыл йәй аҙағында бында тәүге стационар ресторандар, ял объекттары барлыҡҡа килергә тейеш. Мин бөтә йүнселдәргә өндәшәм: кем үҙенең яҡшы идеяһын тормошҡа ашырырға теләй, мөрәжәғәт итегеҙ. Тик шуны онотмағыҙ, был идеяғыҙ дүрт миллион халыҡ йәшәгән республиканың баш ҡалаһы яр буйына торошло булырға тейеш, – тине ул.