Мин Зилиә Наил ҡыҙы Агишева булам. Хозур тәбиғәтле Ырымбур өлкәһендәге Александровка районының Иҫәнгилде ауылында тыуып үҫкәнмен. 21 йәштәмен.
Әле Мәскәү дәүләт гуманитар-иҡтисад университетында белем алам. Бәләкәйҙән сәнғәткә ғашиҡмын. Мәктәп йылдарында күп сараларҙа әүҙем ҡатнаштым. Иң иҫтәлеклеһе – “Байыҡ” телевизион бәйгеһендә сығыш яһау. Шулай уҡ республика кимәлендә үткәрелгән “Һылыуҡай-2017” конкурсында II дәрәжә дипломға лайыҡ булдым. Баш ҡалаға уҡырға килгәс, “Мәскәү һылыуҡайы-2017” гүзәллек конкурсында үҙ көсөмдө һынап ҡараным һәм Гран-при яулауға өлгәштем.
Әлеге ваҡытта, уҡыуҙан тыш, бухгалтер күнекмәләрен өйрәнәм, спорт менән шөғөлләнәм. Маҡсаттарыма ирешер өсөн, үҙ өҫтөмдә күп эшләргә тура килә.
Ырымбур өлкәһендә тыуып, Мәскәүҙә йәшәүемә ҡарамаҫтан, бала сағымдан ҡаныма һеңгән саф башҡорт рухын юғалтмаҫҡа тырышам.
Бәйгелә һынау тотор өсөн, түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: милли колоритлы, матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ.
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра.
2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе абруйлы жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм фотобәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фотоһы гәзит календарын биҙәйәсәк.