Стәрлетамаҡта 25 йәшлек егет, яуаплылыҡтан ҡасып, машинамды урланылар, тип полицияға хәбәр итә. Башҡортостан Прокуратураһы мәғлүмәттәренән билдәле булыуынса, асылда ул быйыл март айында ВАЗ-21101 автомобилендә кешенең машинаһын сыйып үткән. Әммә туҡтап, водитель менән аңлашып килешеү урынына, һыпыртыу яғын ҡараған. Ул ғына ла түгел, яуаплылыҡтан ҡасыу өсөн машинаһын сит йорттар ихатаһында ҡалдырып киткән. Ә инде өйгә ҡайтҡас, ”тимер ат”ымды урланылар тип полицияға хәбәр иткән.
Әммә бар алдашыуҙар ҙа иртәме-һуңмы фашлана, дөрөҫлөк өҫкә сыға. Әлеге мәлдә барыһы ла асыҡланып, егет ғәйебен таныған. Һөҙөмтәлә енәйәт эше Стәрлетамаҡ ҡала судына йүнәлтелгән.