Өфөлә шайморатовсылар – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс уҡыусылары өсөн яңы форма булдырылды. Уны “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре предприятиеһы етештерә.
Малайҙар өсөн ҡара күк төҫтәге өҫтәлмә ялғауҙар менән күк пинжәк һәм салбар, ҡыҙҙар өсөн шундай уҡ төҫтәге юбка һәм пинжәк тегеләсәк.
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар Рәми Ғарипов исемендәге Республика башҡорт гимназия-интернатында, 44-се һәм 162-се күп профилле полилингваль мәктәптәрҙә барлыҡҡа килгәйне. Уҡыусыларҙы шайморатовсылар сафына алыу тантанаһы 11 октябрҙә – Республика көнөндә үтәсәк. Йыл һайын уҡыусыларға “Йәш шайморатовсы” почетлы билдәһе тапшырыласаҡ. Бынан тыш, был мәктәптәрҙә “Беҙ – шайморатовсылар” тигән хәрби-патриотик клубтар эшләйәсәк.
– Беҙҙең “Ағиҙел” предприятиеһы шайморатовсыларҙың мәктәп формаһын күрһәтеүҙе ойошторҙо. Был өлгөләр кейем-һалымда заманса йүнәлештәрҙең, стилләштерелгән башҡорт камзулының берләшмәһен тәшкил итә. Тәҡдим ителгән коллекция мәктәп формаһының ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн талап ителгән дәүләт өлгөләренә тура килә, – тине предприятиеның генераль директоры Гүзәл Багаева.