Баймаҡ районының күпселек ауылдары республика кимәлендә ойошторолған "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнаша. Уның сиктәрендә, айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаған төрлө спорт саралары, онотолған халыҡ йолалары, милли уйындар үткәрелә.
Йыр-моңға бай Түбәнге Яйыҡбай ауылы йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалды: улар "Күл буйына килһәң ине..." тип аталған ретро-фестиваль ойошторҙо. Әйткәндәй, ул йыл һайын үткәреләсәк. Алтын көҙҙөң алтынға мансылған матур һәм сыуаҡ бер көнөндә ауыл халҡы йәмле Һаҡмар йылғаһы буйында сәскәләй кейенеп, үҙенең йәшлек йылдарын хәтергә төшөрҙө, моңло баян тауышына ҡушылып ретро йырҙар башҡарҙы. "Күл буйына килһәң ине...", "Һағыныу йыры", "Беренсе мөхәббәт", "Сайҡалалар кәмәләр", "Үтте лә китте йәшлегем" һәм башҡа бик күп йырҙар йылға буйын яңғыратты, һәр кемде үҙенең йәшлек йылдарына алып ҡайтты.
Ә инде кәмәлә Һаҡмар йылғаһы буйлап сәйәхәткә сығыу ауыл халҡына онотолмаҫлыҡ бер хәтирә ҡалдырҙы. Айыҡ йәшәүҙе һәм сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаған саралар йыл дауамында барасаҡ. Дәртле һәм сәмле Түбәнге Яйыҡбай ауылы кешеләре йәнә бер нисә онотолған халҡыбыҙ йолаларын тергеҙергә уйлай. Улары менән саҡ ҡына һуңғараҡ таныштырырбыҙ.
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.