Йәмғиәт
19 Сентябрь 2020, 19:50

11 килограмлыҡ суртан күргәнегеҙ бармы?

Кушнаренко районында йәшәгән йәш балыҡсы шундайҙы эләктергән һәм...

Ғәҙәттә, балыҡсылар бер-береһенә табыштары тураһында һөйләгәндә беләк буйы ҙурлыҡ ине тип маҡтанырға ярата.

Ә бына Кушнаренко районында йәшәгән йәш балыҡсы тотҡан суртанды нимә менән сағыштырып булалыр, уның ауырлығы ғына - 11 килограмлыҡ! Был табышы уҡыусыны бер көн эсендә билдәле яһаны.

Ҙур балыҡты егет спинниг ярҙамында тотҡан. Видеояҙманан аңлашылыуынса, ул бындайҙы беренсегә генә тотмай, ахыры.

"Балыҡ менән фотосессия ойошторғас, уны кире һыуға ебәрҙек", - ти үҫмер. Быныһы ла егетлек.

Фото:Vk.com
Читайте нас