Йәмғиәт
20 Сентябрь 2020, 18:20

“Балалар ни булыр әле!..”

Ял көнөнөң кисе күңелле үтһен! Беҙҙән һеҙгә - бер мәҙәк хәл.

Башҡортостандың урманлы төбәктәренең береһендә бынан арыу уҡ йылдар элегерәк булған был мәҙәк хәл.

Ирле-ҡатынлы икәү ауа-түнә атлап йөрөгән ике бәләкәй балаһы менән бесәнгә барған. Быларҙың арбалы, йәғни люлькалы матайы булған.

Бер көн бесән сабыуға әүрәп, көн кисләп киткән. Көтмәгәндә эргәлә генә урман хужаһы – айыу үкереп ебәргән. Ҡурҡҡан ир салғыһын ташлап, йүгереп барып матайына атланып, ҡабыҙып ебәргән дә:
- Бисәкәй, тиҙ бул, ултыра һал! – тип ҡысҡыра икән.
- Ә балалар... – тигән ҡатыны.
- Балалар ни булыр әле! – тип әйткәнен һиҙмәй ҙә ҡалған, ти, теге ҡурҡҡан ир.
Әсәйме инде, ҡурҡыныс тыуғанда балаларын ташлай торған йән эйәһе. Шарт та шорт ике баланы, әйберҙәрҙе матай арбаһына тейәп, йән-фарман һыпыртҡан, ти, былар...
Фото: yandex.ru
Читайте нас