Көйөргәҙелә ҡырғыҙ халҡы аманат рәүешендә ҡалды. Улар илдәренә йүнәлә ине, әммә Ырымбур өлкәһендә Ҡаҙағстан сиге ябылыу сәбәпле, артабан юлдарын дауам итә алманы.
Күрше өлкәлә улар былай ҙа күп йыйылғанлыҡтан, 19 автобусты биләмәләренә үткәрмәйҙәр. Был төркөмдә башлыса Санкт-Петербург ҡалаһында эшләгән мигранттар.
Уларға Башҡортостан биләмәһендә - Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылындағы Физкультура-һауыҡтырыу комплексында, училище ятағында, ҡунаҡханала, палаткаларҙа ваҡытлыса йәшәү урыны бирелде, медицина ярҙамы һәм туҡландырыу ойошторолдо. Ваҡыттарын файҙалы үткәреү маҡсатында төрлө спорт уйындары кеүек саралар уҙғарыла. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов социаль селтәрҙә хәбәр итте.
Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан дәүләттәре ғәҙәттән тыш хәл тураһында хәбәрҙар. Алдағы ике-өс көн эсендә мәсьәлә хәл ителер һәм кешеләр иленә ҡайтырға сығыр тип көтөлә.
Фото: Юлай Ильясовтың шәхси сәхифәһенән.