Йәмғиәт
21 Сентябрь 2020, 16:45

Бөрйәнгә йәш табиптар ҡайтҡан

Баш табип әйтеүенсә, йәш белгестәрҙең эшкә ҡайтыуы тармаҡтағы кадрҙар мәсьәләһен ыңғай хәл иткән.

Ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыу, һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән “Ауыл табибы” программаһына ярашлы, быйыл Бөрйән районына дүрт йәш белгес эшкә ҡайтҡан.
Терапевт Инзиә Салауатова менән педиатр Нургизә Дәүләтбаева Бөрйән үҙәк район дауаханаһында эш башлаған. Ә участка педиатры Гөлшат Этҡолова һәм теш табибы Танатар Ҡасимов - Байназар амбулаторияһында.
Шулай уҡ быйыл Башҡортостан дәүләт медицина университетын тамамлаған йәнә бер йәш белгес – провизор Дилә Ишбаева ла үҙәк район дауаханаһында хеҙмәт юлын башлаған.
Дауахананың баш табибы Илмир Фәтҡуллин белдереүенсә, йәш белгестәрҙең районға эшкә ҡайтыуы кадрҙар мәсьәләһен ыңғай хәл иткән.
Әле Бөрйән районының медицина учреждениеларында 258 хеҙмәткәр иҫәпләнә, шуларҙың 38-е – табиптар, 146-һы – урта звено медицина хеҙмәткәрҙәре. Өс табип, атап әйткәндә, психиатр, дерматовенеролог һәм балалар хирургы етешмәй.
Фото: республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас