Йәмғиәт
21 Сентябрь 2020, 12:30

Ә һеҙгә йылы бирҙеләрме?

Юҡ икән, мәсьәлә бер-ике көн эсендә хәл ителергә тейеш.

Быйыл йылытыу миҙгеле башҡа йылдар менән сағыштырғанда иртәрәк башланды. Был тышта һауа торошоноң һалҡын тороуына бәйле. Әлеге ваҡытта республикала мәктәп, балалар баҡсалары һәм дауаханаларҙың 99,9 процентына йылы бирелгән. Ни бары өс объектта йылы юҡ: Баҡалы, Яңауыл һәм Өфө районындағы социаль объекттарҙа. Ҡайҙалыр ремонт бара, ҡайҙалыр етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә эшләйҙәр.
Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев ошо турала белдерҙе. “Был мәсьәләләрҙе тейешле ведомстволар һәм муниципалитеттар контролдә тота”, – тине ул.
Торлаҡ фондына килгәндә, үҙәкләштерелгән йылы күп фатирлы йорттарҙың 97 процентына тоташтырылған.
– Иртәгәгә тиклем бөтә йорттарға ла йылы килеп етер тип ышанабыҙ. Системанан һауаны сығарыу һәм ҡорамалдарҙы көйләү бер ни тиклем ваҡыт талап итәсәк. Эш сменалап ойошторолдо. Бөгөнгә ҡарата был мәсьәлә буйынса әллә ни етди проблемалар юҡ, – тине Борис Беляев.
Фото: otr-online.ru
Читайте нас