Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 21 сентябрҙә полиция бүлегенә урлашыу тураһында ғариза менән 32 йәшлек магазин хужаһы мөрәжәғәт иткән. Уның һөйләүенсә, төндә билдәһеҙ әҙәмдәр магазинға төшөп, алкоголь продукцияһы, тәмәке, аҙыҡ-түлек урлаған. Дөйөм матди зыян хаҡы 16 мең һумлап.
Эҙләнеү-тикшереү барышында полиция бурҙарҙың эҙенә төшә. Улар уҡыусы малайҙар булып сыға, иң өлкәненә - 15 йәш. Быға тиклем балаларҙың береһе лә бәлиғ булмағандар эше буйынса насар иҫәптә тормаған. Магазин эсенә тәҙрәне ярып үткәндәр һәм тауарҙы шунан тышҡа ташығандар. Урланған әйберҙәрҙең бер өлөшө яҡындағы соҡорҙа табылған.