Оҙаҡламай республикаға йылы һәм ҡоро көндәр - әбейҙәр сыуағы килә тип ҡыуандырып та өлгөрмәнек, күңелһеҙ яңылыҡтар килеп төштө. Иртәгәнән республикала һауа торошо ҡырҡа боҙола.
21 сентябрҙә Башҡортостанда төньяҡ-көнбайыштан иҫкән ел көсәйә, уның тиҙлеге секундына 15-20 метрға етәсәк. Был турала республиканың "Башгидромет үҙәге" хәбәр итә.
Төндә һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер өлөшөндә томан буласаҡ, күренеү һәләте 500-1000 метр ғына буласаҡ. Юлдарҙа боҙлауыҡ ятыуы ихтимал.
Юлда йөрөгән саҡта һауа торошон күҙ уңында тоторға кәңәш итәбеҙ. Авариялар тап ошо мәлдә ҡырҡа күбәйеүсән. Шулай уҡ тышҡа сыҡҡанда тейешле кейенергә лә онотмағыҙ.