Учалы районының Иманғол ветеринар участкаһы 2019 йылғы һөҙөмтәләр буйынса ойошторолған "БР Дәүләт ветеринар селтәренең иң яҡшы бүлексәһе” конкурсында еңеү яуланы. Уларға “Лада Гранта” автомобиле һатып алыу өсөн 500 мең һум аҡса тапшырылды. Тиҙҙән автомобиль участкаға ҡайтарыласаҡ.
Иманғол ветеринар табибтары – участка мөдире Хәмит Мөбәрәков менән санитар Алина Аллаярова хайуандарҙы дауалауҙа яңы профилактик алымдар ҡулланыуҙа, ветеринария эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреүҙә, хеҙмәттең халыҡҡа уңайлы булыуын тәьмин итеүҙә алдынғылар тип танылды.
Әлеге ваҡытта учреждение бинаһын газ яғыулығына тоташтырыу өсөн йылытыу системаһы капиталь ремонтлана.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.