Бөгөн Баш федераль инспектор “Ҡайнар йөрәк” Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт башланғысының алты номинантына күкрәккә тағыла торған билдәләр тапшырҙы. Балалар тормошта ауыр хәлгә тарыған кешеләргә ярҙамға килгән. Тантананы асып, Михаил Закомалдин ошондай ҡыйыу һәм тәүәккәл балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә рәхмәт әйтте.
Бүләкләнгәндәр араһында уҡыусылар, студенттар бар. Номинанттар үҙҙәрен бер ҙә батырға һанамай. Мәҫәлән, Бәләбәй районынан һигеҙ йәшлек Милена Новикова ут ялмап алған өйҙән ике кескәй ҡустыһын һәм 11 айлыҡ һеңлеһен алып сыҡҡан. Әлшәйҙән Рәмзил Шәрипов – йылғала батып барған ауылдашын, Өфөнән Дмитрий Давидюк күлдә бата яҙған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы ҡотҡарған. БДУ студенты Дэвид Әхмәтйәнов иһә йорттарында янғын сыҡҡан ғаиләгә ярҙамға ташланған.
Бөтә Рәсәй башланғысы дипломдары шулай уҡ ҡурҡыуын, ҡаты сирен еңгән йәки башҡаларға ошо йәһәттән ярҙам иткәндәргә лә тапшырыла. Бөгөн күкрәккә тағыла торған билдәне Александра Ҡурамшина ла алды. Ҡыҙ һирәк осрай торған сиргә дусар, тик ул тулы тормош менән йәшәргә тырыша. Ә Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Анастасия Конобеева күреү һәләтендә кәмселектәре булған кешеләр өсөн архитектур ҡоролмаларҙың макетын яһай.
Номинанттарға күкрәккә тағыла торған билдә менән бергә “Ҡайнар йөрәк” почетлы китабы ла тапшырылды.
Быйыл федераль наградаға 185 кеше тәҡдим ителде, шуларҙың етәүһе – үлгәндән һуң.
Фото: Баҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы.