"Росгвардия"ның матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, 42 йәшлек был ирҙәр Ленинград һәм Воронеж өлкәһенән килеп, Өфө ҡалаһы янындағы етештереү базаһын һәм экскаваторҙы ҡуртымға ала. Йәнәһе лә, тирә-яҡ мөхитте, биләмәне йәшәү өсөн уңайлыраҡ итеү маҡсатында эштәр башҡаралар. Көндәрҙән-бер көн водителдең ялға киткәнен көтөп, ирҙәр ҡуртымға алынған дүрт миллионлыҡ экскаваторҙы махсус йөк ташығысҡа тейәп, икенсе төбәккә һыпырталар.
Росгвардия, СОБР ярҙамында полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙың эҙҙәренә тиҙ төшә – бурҙар Ленинград өлкәһенә барып еткән була. Хәҙер инде уларға закон алдында яуап бирергә тура киләсәк - был факт буйынса енәйәт эше асылған.