Йәмғиәт
22 Сентября 2020, 07:38

Радий ХӘБИРОВ: “Беҙ көслөрәк һәм нығыраҡ була барабыҙ”

Хәйбулла халҡы киләсәккә өмөт һәм ышаныс менән ҡарай.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла районында эш сәфәрендә булып, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларының, социаль объекттарҙың эшмәкәрлеге менән танышты.


Эш сәфәренең тәүге көнөндә республика Башлығы Йәнтеш ауылында балаларҙың ата-әсәһе менән бергә ял итә торған “Һаҡмар” республика шифаханаһында булды. Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан, йыл әйләнәһенә эшләгән был учреждение 2000 йылда асылған. Баш табип Тәлғәт Рәхмәтуллин белдереүенсә, шифахана халыҡ араһында бик популяр. Былтыр ғына бында 2157 кеше сәләмәтлеген нығытҡан. Шул уҡ ваҡытта хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр ҙә бар.


Мәҫәлән, төп һәм ятаҡ корпустары араһында йылы коридор төҙөргә кәрәк, төп корпустың ҡыйығы һәм аш-һыу блогы ла капиталь ремонтҡа мохтаж. Шулай уҡ киләсәктә шифаханаға айырым дауалау корпусы ла талап ителә.


Башҡортостан Башлығы шифахана янында йыл әйләнәһенә эшләйәсәк балалар лагеры төҙөү планлаш­тырылған майҙансыҡта ла булды. Эш 2008 йылда уҡ башланған, тик аҡса булмау сәбәпле туҡтатылған.


Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һөйләүенсә, бында тағы бер-ике ятаҡ комплексы, спорт залы булған административ корпус төҙөргә, әүҙем ял һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар булдырырға планлаштыралар. Бындай объекттың яҡынса хаҡы – 350 миллион һум.


Радий Хәбиров “Һаҡмар” шифаханаһын яңыртыу һәм балалар лагерын төҙөү мәсьәләһен өйрәнергә, нигеҙле тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.


Икенсе көндө Хәйбулла районында муниципалитеттар башлыҡтары һәм республиканың башҡарма власть органдары етәкселәре ҡатнашлығында семинар үтте. Унда ҡатнашыусылар рес­публиканың социаль-иҡтисади үҫе­ше мәсьәләләре буйынса фекер алыш­ты, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эште ойоштороу, туризмды үҫ­те­реү һәм милли проекттарҙы тор­мошҡа ашырыу бурыстарын ҡараны.


– Беҙ һеҙҙең менән бик ҡыҙыҡ ва­ҡытта йәшәйбеҙ, көслөрәк һәм нығы­раҡ була барабыҙ, баһалап бөткөһөҙ тәжрибә туплайбыҙ. Төп бурысыбыҙ – иҡтисадты артабан үҫтереү, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү, инвестициялар күләмен арттырыу. Был йүнәлештә һеҙҙең күптәрегеҙ эш­ләргә өйрәнде. Тәүге ярты йыл­лыҡ­та республикаға килгән инвестициялар күләме 9 процентҡа тиерлек артты. Киләһе 2021 йыл бөтәбеҙ өсөн дә иҡтисади яҡтан ябай булмаясаҡ. Был нефть сығарыуҙан алынған та­быш­тың кәмеүенә һәм пандемия эҙем­тәләренә лә бәйле. Әммә беҙ килә­сәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ. 2024 йылға тиклем алынған бөтә план­дарҙы үтәрбеҙ һәм арттырып үтәрбеҙ, тип ышанам, – тине семинар­ҙағы сығышы мәлендә Радий Фәрит улы.


Аҡъяр ауылында төбәк етәксеһе урындағы һыу һаҡлағыста насос станцияһын ҡарап сыҡты. Ҡоролма 1990 йылда төҙөлгән. Ауыл ҙурая килә станция халыҡтың һыуға ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә алмай башлай. Йәй көндәрендә район үҙәгенең бер өлөшө һыуһыҙ ҡала. “Инцидент менеджмент” системаһына ошо мәсьәлә буйынса мөрәжәғәттәр байтаҡ килә.

Былтыр республика Башлығының күрһәтмәһе буйынса Аҡъяр һыу һаҡлағысында яңы насос станциялары төҙөү проекты эшләнә. Улар хужалыҡтарҙы һыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү мөмкинлеген бирә.
Радий Хәбиров 88,2 миллион һумлыҡ объект төҙөлөшөн 2021 йылға Адреслы республика инвестиция программаһына индерергә ҡушты. Эште киләһе йылдың яҙында башлау күҙаллана.
Район үҙәгендә республика Башлығы Төньяҡ-көнсығыш биҫтәһендә булды. Бында 2009 йылдан шәхси торлаҡ төҙөлөшө үҫә. Биләмәлә газ һәм һыу селтәрҙәре үткәрелгән, автомобиль юлына ремонт яһалған, урамдарға яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Биҫтәлә 2,1 мең участканың 900-өндә йорт һалынған. Былтыр “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы буйынса парк төҙөкләндерелә башлаған.
Төбәк етәксеһе урындағы халыҡ менән транспорт бәйләнешен үҫтереү, социаль объекттар төҙөү, медицина ярҙамы буйынса фекер алышты. Ауыл халҡы мәктәпкәсә тәрбиә учреждениеһы булмауға зарланды. Әлеге балалар баҡсаһы йәш ғаиләләрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмай. Радий Хәбиров киләһе йыл биҫтәлә яңы балалар баҡсаһын проектлау тураһында хәбәр итте. Бынан тыш, Башҡорт­остан Башлығы республика Хөкүмәтенә мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларындағы ауыл белгестәренә ярҙам күрһәтеү програм­маһын төҙөргә ҡушты.
Ошонда уҡ Радий Хәбиров 140 урынлыҡ интернаты булған 550 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшөн ҡарап сыҡты. 464 миллион һумға торошло объект “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы һалына. Мәғариф учреждениеһын 2021 йылдың октябрендә сафҡа индерергә ниәтләйҙәр. Республика Башлығы Башҡортостандың Мәғариф министрлығына яңы мәктәпкә полилингваль белем усағы статусын биреү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
Артабан Радий Хәбиров 1930 йылда ойошторолған Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатына юлланды. Йыл һайын завод 350 мең тоннаға яҡын мәғдән эшкәртә, ете меңдән ашыу баҡыр һәм ике мең тонна цинк концентраты етештерә. Комбинаттың генераль директоры Рөстәм Әбләев әйтеүенсә, бындай етештереү экологияны һаҡлау талаптарына яуап биреп етмәй, шуға күрә предприятие бөтә табышты тиерлек модернизациялауға һәм ҡалдыҡтарҙы рекультивациялауға тотона. Мәҫәлән, былтыр комбинатты үҫтереүгә 450 миллион, быйыл иһә 526 миллион һум инвестиция йүнәлтелгән. Тау-байыҡтырыу комбинаты район тормошона ла тос өлөш индерә: предприятие аҡсаһына Һамар – Бүребай һыу үткәргесе реконструкцияланған, Бүребай ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә.
– Был – бөтә предприятиеларыбыҙ өсөн үрнәк, – тине Радий Хәбиров. – Аҡса бында эшләй, предприятие табышты үҙенең үҫешенә инвестициялай, быны бик дөрөҫ тип иҫәпләйем. Милексе аҡса эшләргә тейеш, әммә яуаплылыҡ тураһында ла оноторға ярамай. Бында мин яуаплы бизнес өлгөһөн күрәм. Ул беҙҙең менән тығыҙ бәйләнештә эшләй, кешеләрҙе лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булған эш урындары менән тәьмин итә, республика проекттарында ҡатнаша һәм үҙенең технологик ҡалдыҡтарын рекультивациялау менән әүҙем шөғөлләнә. Бындай өлгөләр республикабыҙҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә һирәк осрай.
Бүребай ауылында “Ауыл биләмәләрен үҫтереү” программаһы буйынса төҙөлгән физкультура-һауыҡтырыу комплексы комбинаттың республика власы менән тығыҙ эшмәкәрлеген сағылдыра. Проектҡа ул 33 миллион һум аҡса йүнәлткән.

Радий Хәбиров төҙөлөш майҙансығында эш­тең барышы менән танышты. Төҙөүселәр нигеҙ һалыуҙы тамамлап, бинаның каркасын монтажлай башлаған. Яңы комплексты быйыл декабрҙә файҙаланыуға тапшырмаҡсылар. Ул ауыл халҡының ихтыяждарын ҡәнәғәт­лән­дерәсәк, техник йыһазланышы халыҡ-ара ки­мәлдәге ярыштарҙы үткәреү мөмкинлеген бирәсәк.
Республика Башлығы буласаҡ комплекс хеҙмәткәрҙәре өсөн “Ауыл тренеры” программаһы буйынса ике сертификат бүлергә ҡушты. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаевҡа ул Бүребайҙағы урам-юл селтәрен төҙөкләндереү алымдарын күҙаллау ихтыяжы хаҡында әйтте.
Әмир Шәйәхмәтовтың крәҫтиән (фермер) хужалығында Радий Хәбиров Хәйбулла районы шарттарына яраҡлашҡан элиталы ҡаты бойҙай етештергән орлоҡсолоҡ үҙәген ҡараны. Питомникта йомшаҡ һәм ҡаты бойҙайҙың, арпаның 104 сорты һынау үтә. Хужалыҡтың дөйөм майҙаны – өс мең гектарҙан ашыу.
Әмир Шәйәхмәтов әйтеүенсә, хужалыҡ Башҡортостанда орлоҡсолоҡто тергеҙеү, районлаштырылған сорттарҙы һаҡлап ҡалыу һәм таратыу өсөн ярҙамға мохтаж. Радий Хәбиров аграрийҙарҙы киләһе “Ауыл сәғәт”тәренең береһендә ҡатнашырға саҡырҙы.
– Һеҙгә ихтыяжығыҙҙы аныҡ билдәләргә кәрәк, – тине ул. – Предприятиеға ярҙам кәрәк­леген күрәм, мәсьәләне хәл итербеҙ. Пробле­ма­ларҙы үҙ көсөгөҙ менән дә еңеп сыға алы­уығыҙға ышанам, тик был эште тиҙләтергә кәрәк.
Хәйбулла районында Радий Хәбиров “Йәшел Башҡортостан” республика акцияһында ҡатнашты. Хәйбулла районының 90 йыллығы айҡанлы республика Башлығы, министрлыҡтар, ведомстволар, муниципалитеттар етәкселәре “Башҡортостан” аллеяһына 112 ҡарағай һәм миләш үҫентеһе ултыртты. Һәр ағас билдәле бер биләмәне йәки башҡарма власть органын сағылдыра.
Хәйбулла районының ауыл хужалығы вәкилдәре менән осрашыуҙа Урал аръяғында игенселек менән бәйле ҡыйынлыҡтар тураһында һөйләштеләр. Эшҡыуарҙар әйтеүенсә, ҡоролоҡ арҡаһында уңыш булмаған, 2021 йылғы сәсеү кампанияһына орлоҡ етмәү хәүефе янай. Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенә район аграрийҙарына ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Читайте нас