Шулай итеп, быйылғы ҡатмарлы уҡыу йылы башланып, тәүге өс аҙна үтеп тә китте. Ил буйлап йөрөгән имеш-мимештәргә ярашлы, тап ошо ваҡыт үткәс, барлыҡ белем биреү учреждениелары кире ябылып, халыҡ яңынан карантинға китергә тейеш ине. Шөкөр, тип әйтәйек, былар ысынбарлыҡҡа тура килмәй булып сыҡты. Республикала хәлдәр тотороҡло.
Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә сығыш яһап, республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 21 сентябргә ҡарата коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Алдағы тәүлек эсендә инфекцияны 35 кеше йоҡторған ине. Пандемия башланғандан алып Башҡортостанда 8452 пациент коронавирус менән сирләгән.
– Әле 33 кеше дауаханала, берәү ауыр хәлдә. Уны башҡаларҙан айырғандар, сөнки уның туберкулез сире лә асыҡланған. 495 кеше өйҙә дауалана, 220 кеше үҙҡурсаланыу режимында, – тине министр.
Бер аҙна эсендә 224 кеше һауығып сыҡҡан, ә дөйөм алғанда 7890 кеше һауыҡҡан. Коронавирусҡа йәмғеһе 920 мең тест яһалған. Гриптан вакцинация дауам итә һәм бөгөнгә ҡарата 412 мең кеше уны яһатҡан. Октябрҙә тағы бер партия вакцинаның килеүе көтөлә.
Үткән аҙнала республикаға коронавирустан да тәүге вакциналар килде. Әлеге ваҡытта прививка яһатыу өсөн кандидаттар һайлап алыу бара. Улар табиптар буласаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баһалауынса, беҙҙә хәлдәр тотороҡло. Ул, мәктәптәрҙә эшләгән медицина инспекторҙары эшен тамамлай, тине.
– Уларға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ һәм ебәрәбеҙ. Тик, уҡытыусылар, еңел һуламағыҙ, артабан хәлде һеҙгә контролдә тоторға кәрәк буласаҡ. Сир усаҡтарын булдырмағыҙ, барлыҡ талаптар тулыһынса үтәлергә тейеш, – тине Радий Фәрит улы.
Йылылыҡ бирелеп бөттө тиерлек
Быйыл йылытыу миҙгеле башҡа йылдар менән сағыштырғанда иртәрәк башланды. Был тышта һауа торошоноң һалҡын тороуына бәйле. Әлеге ваҡытта республикала мәктәп, балалар баҡсалары һәм дауаханаларҙың 99,9 процентына йылы бирелгән. Ни бары өс районда – Баҡалы, Яңауыл һәм Өфө райондарындағы объекттарҙа йылы юҡ. Ҡайҙалыр ремонт бара, ҡайҙалыр етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә эшләйҙәр. Был турала вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдерҙе. “Был мәсьәләләрҙе тейешле ведомстволар һәм муниципалитеттар контролдә тота”, – тине ул.
Торлаҡ фондына килгәндә, үҙәкләштерелгән йылы күп фатирлы йорттарҙың 97 процентына тоташтырылған.
– Иртәгәгә тиклем бөтә йорттарға ла йылы килеп етер тип ышанабыҙ. Системанан һауаны сығарыу һәм ҡорамалдарҙы көйләү бер ни тиклем ваҡыт талап итәсәк. Эш сменалап ойошторолдо, ул туҡтамай. Бөгөнгә ҡарата был мәсьәлә буйынса әллә ни етди проблемалар юҡ, – тине Борис Беляев.
Сүп-сар сығарыу өсөн хаҡ арта. Был мәсьәлә һуңғы аҙналарҙа бик көнүҙәккә әйләнде. Кәңәшмәлә лә сираттағы тапҡыр был темаға туҡталдылар.
Борис Беляев белдереүенсә, 2020 йылдың сентябренән был хеҙмәт өсөн күп фатирлы йортта йәшәгән бер кеше айына 75 һум һәм шәхси йортта йәшәгәндәр айына 55 һум түләйәсәк.
Быға тиклем Башҡортостанда берҙәм хаҡтар билдәләнгәйне. Быға тиклем дә сүп-сар сығарылған урындарҙа йәшәгәндәр кеше башына 70 һум һәм ҡалдыҡтар “сүп-сар реформаһы” башланғас ҡына сығарыла башлаған ерҙәрҙә айына 35 һум түләйҙәр ине.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәләне даими контролдә тота һәм халыҡҡа ни өсөн хаҡтарҙың артыуын аныҡ аңлатырға ҡуша. Был ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһын артабан үҫтереү өсөн кәрәк. Былтыр ғинуар айынан алып бөтә тораҡ пункттарҙа ла контейнер майҙансыҡтары урынлаштырҙылар, сүп-сар ташыусы машиналар паркы арттырылды, сүп-сарҙы даими сығарыу көйләнде, тармаҡтағы етешһеҙлектәрҙе теркәү системаһы ойошторолдо.
– Быға тиклем беҙҙә илдәге иң түбән тариф ине. Ул иҡтисади яҡтан нигеҙләнмәгән булды. Тик ул саҡта эшләмәгән эш өсөн кешеләрҙән аҡса ала алмай инек. Хәҙер эштәр рәткә һалынды. Артабан да элекке хаҡтарҙы тота алмайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Үткән аҙна ҡурҡыныс авариялары менән хәтерҙә ҡалды. Иң аяныслы осраҡ ял көндәрендә Белорет районында теркәлде, бында йөк машинаһы аҫтына барып инеп, тотош ғаилә юҡҡа сыҡты. Дөйөм күрһәткестәр ҙә күңелһеҙ: республикала теркәлгән 97 автомобиль аварияһында 116 кеше йәрәхәтләнгән, 17 кеше һәләк булған. Был турала республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев белдерҙе.
Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, дөйөм авариялар һәм уларҙа йәрәхәтләнгәндәр һаны бер ни тиклем кәмеһә лә, һәләк булғандар менән хәл насарыраҡ. Йыл башынан республика юлдарында 315 кешенең ғүмере өҙөлгән, былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда артыу бар.
Эскән килеш рулгә ултырғандар менән көрәш дауам итә. Был аҙнала ғына 270 иҫерек ҡулға алынған, уларҙың 146-һы – ял көндәрендә.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров белдереүенсә, үткән аҙнала Башҡортостанда 187 янғын теркәлгән, уларҙа алты кешенең ғүмере өҙөлгән. Ике районда – Йылайыр һәм Ейәнсурала урман янғындары башланған.
Шуныһы аптырата, көндәрҙең һалҡын тороуына ҡарамаҫтан, һыуҙа батҡандар һаман бар. Үткән аҙнала һыу ятҡылыҡтарынан өс кешенең кәүҙәһе сығарылған. 61 кеше урманда юғалған. Нуриман районындағы бер кешенән башҡалары табылған.
Бынан тыш, Фәрит Ғүмәров Ҡырғыҙстан Республикаһы граждандарына бәйле ғәҙәттән тыш хәл буйынса ла мәғлүмәт бирҙе. Билдәле булыуынса, әлеге ваҡытта был республиканың мең ярымдан ашыу кешеһе ҡайта алмай сиктә туҡтап ҡалырға мәжбүр булған. Улар Ырымбур өлкәһе аша Ҡаҙағстанға, аҙаҡ үҙҙәренә сығырға тип юлланған, тик коронавирус арҡаһында сиктәр ябылғас, Башҡортостанда тороп ҡалырға мәжбүр булған.
– Мин был кешеләр менән эшләгән район һәм ҡалалар хакимиәттәре башлыҡтарына рәхмәт әйткем килә. Был мәсьәләне кешесә башҡарыуҙы һорағайным. Сит ил граждандары еңел булмаған хәлгә тарыны, улар бында ғәйепле түгел. Бөтәһе лә уларҙы беҙҙең кеүек яҡшы ҡабул итмәне. Урынлаштырып, ашатыу ойоштороу дөрөҫ. Үҙебеҙ ҙә ошондай бәләгә тарыуыбыҙ бар, кеше булып ҡалырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Газ буйынса ҙур кәңәшмә үтәсәк
Республика етәксеһе Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровҡа торлаҡ-коммуналь комплекс, сәнәғәт предприятиеларына газ үткәреү һәм автозаправкалау инфраструктураһын үҫтереү мәсьәләләре буйынса киләһе аҙнала кәңәшмә әҙерләргә ҡушты. Уның эшендә яуаплы министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, “Газпром трансгаз Өфө” һәм “Газпром газ бүлеү Өфө” предприятиелары етәкселәре лә ҡатнашасаҡ.
Республиканың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рәмзил Күсәрбаев белдереүенсә, был тармаҡтың төп йүнәлештәре һәм этаптары 2018 йылдың декабрендә раҫланған төбәк газ үткәреү программаһында көйләнгән.
Программаны тормошҡа ашыра башлау менән Башҡортостанда 105 километр ауыл-ара һәм 560 километр ауыл биләмәләре эсендә газ торбалары һуҙылған, 29,3 мең йорт хужалығы газ селтәренә тоташыу мөмкинлеген алған.
Беренсе вице-премьер – Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Тажетдинов белдереүенсә, мохтаж кешеләргә торлаҡтарына газ үткәреү сертификаттарын биреү эше дауам итә. 21 сентябргә ҡарата ғариза менән 4365 кеше мөрәжәғәт иткән, 2518 сертификат тапшырылған. Киләһе йылда был йүнәлеш өсөн 200 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Радий Хәбиров киләһе аҙнала үтәсәк кәңәшмәлә газ үткәреү программаһы йүнәлештәрен һәм республиканың үҙ бурыстарын үтәү барышын ентекләп ҡарарға тәҡдим итте. Шулай уҡ газ менән заправкалау станциялары селтәрен үҫтереү, техниканы газ яғыулығына күсереү темалары ла көн үҙәгендә буласаҡ.
Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев юлдар ремонты барышы тураһында һөйләне. Башҡортостан Хөкүмәте ремонт өсөн 620 миллион һум аҡса бүлгән. Һәр муниципалитет был маҡсатта 10-ар миллион һум аҡса аласаҡ. Аҡса республиканың Юл фонды бюджетынан бүленәсәк.
Ҡырсынташ һалыу өсөн дөйөм юл оҙонлоғо 1071 километр тәшкил итте. Бер километр юлды ремонтлау хаҡы һәр районда төрлөсә: 400 мең һумдан башлап, 3 миллион һумға тиклем барып етә. Ә уртаса хаҡтар бер километр өсөн 984 мең һум тәшкил итә.
Хаҡтарҙың ни өсөн төрлө булыуын Алан Марзаев аңлатып бирҙе. Бында муниципалитет биләмәһендә файҙалы ҡаҙылмаларҙың булыу-булмауы, инженер ҡорамалдары ҡуйыу кәрәклеге һәм материалдарҙы ташыу алыҫлығы роль уйнай.
Ағымдағы ремонт эштәрен быйыл 15 ноябргә тиклем тамамлау көтөлә.