Йәмғиәт
23 Сентября 2020, 16:30

Ирекмән-тимурсылар эш башлай

Проектты ноябрҙә тормошҡа ашыра башлау күҙаллана. Ғаризаларҙы “Ҡәҙерле ҡарттарым” ойошмаһы ҡабул итә.

Башҡортостанда оло йәштәгеләргә ирекмән-тимурсылар ярҙам итәсәк: “Ирекмән-тимурсылар” проекты эшләй башлаясаҡ.
"Пандемия осоронда эшләү ваҡытында күп кешенең беҙҙең ярҙамға мохтаж икәне күренде, айырыуса ҡарттарҙың. Иң мөһиме - уларға ярҙам итергә атлығып торған битараф түгелдәрҙең күплеге шатландыра. Шунлыҡтан булышлыҡты даимиға әйләндерергә кәрәк, был мөһим эшкә йәштәрҙе йәлеп итергә кәрәк тигән фекер тыуҙы", - тип билдәләй Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Яна Гайдук.
Ошо ведомство менән берлектә “Бергә” төбәк хәрәкәте тарафынан уйлап табылған проект Президент гранттары фонды конкурсында еңеү яулаған һәм даими нигеҙҙә эшләйәсәк.
Һәр оло кешегә икешәр ирекмән беркетелә. Улар йыл әйләнәһенә айына ике тапҡыр пенсионерҙың өйөн йыйыштырып, магазиндан аҙыҡ-түлек килтереп бирәсәк.
Ирекмәндәр махсус уҡыуҙар үтергә тейешле, ә кәрәк-яраҡты ойоштороусылар тәьмин итәсәк.
Ирекмән-тимурсылар эштәрен ноябрҙә башларға уйлай. Ғаризаларҙы “Ҡәҙерле ҡарттарым” ойошмаһы ҡабул итә.
Быйыл был проект пилот режимда Өфө ҡалаһында эшләп, һуңынан инде бөтә республиканы яулар тип көтөлә.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас