Башҡортостанда суд приставтары 42 йәшлек Андрей Протопоповты эҙләй. Уның улына түләргә тейешле алименты буйынса 1,7 миллион һумлыҡ бурысы йыйылған.
Приставтар ирҙең банк иҫәптәренә арест һалған, сит илгә сығыуын, транспорт менән идара итеүен сикләгән. Шундай саралар күрелгәндән һуң да ир балаһына алимент түләмәй ҡасып йөрөй.
Ошоға бәйле атай кеше эҙләүгә бирелгән. Ҡайһы бер фараздар буйынса, ул Һамар өлкәһендә ҡасып йөрөй.
Андрей Протопоповты күреүселәр булһа, 8 (347) 2735640 һандарына шылтыратығыҙ.
Фото: Федераль яза башҡарыу хеҙмәте.