Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге Совет майҙанын реконструкциялау барышын тикшерҙе.
Мәғлүм булыуынса, республиканың баш ҡалаһындағы үҙәк майҙанды яңыртыу проекты төбәк етәксеһенең башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Бында Рәсәй Геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла, музыкаль фонтан булдырыла, шулай уҡ тирә-яҡтағы биләмә төҙөкләндерелә.
Әле реконструкция әүҙем бара. Төҙөүселәр буласаҡ фонтан өсөн техник урындарҙы йыһазландыра. Үткәргес торбалар һалынған һәм һынау үткән. Эргәләге биләмәләрҙә лә эш гөрләй. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы скверҙа һәм Совет урамында иҫке тротуарҙы ҡутарып, технологик кабель һалалар, бордюр ҡуялар.
Әйткәндәй, Совет майҙанын яңыртыуҙа подрядсылар республикала етештерелгән продукцияны, шул иҫәптән Учалы гранитын киң ҡуллана.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, яңыртылған майҙан ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан ял урынына әүерелер.