Октябрьский ҡалаһында йәшәгән 37 йәшлек ҡатын полицияға ҡарата көс ҡулланғаны һәм хоҡуҡ һаҡсыһын яман һүҙҙәр менән йәберләгәне өсөн хөкөмгә тарттырылған. Был турала Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.
Был ваҡиға быйылғы йылдың майында уҡ булған. 37 йәшлек ҡатын хеҙмәт бурыстарын үтәгән полиция хеҙмәткәренә ҡул күтәрә. Эш бының менән генә туҡтап ҡалмай: тәртип һаҡсыһы адресына яман һүгенеү һүҙҙәре лә яуа.
Суд ҡатынға бер йыллыҡ һынау срогы менән 1 йыл да 1 айға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итергә тигән ҡарар сығарған. Бынан тыш, ҡатын полиция хеҙмәткәренә әхлаҡи зыян килтергән өсөн компенсация ла түләйәсәк.