Башҡортостан
+24 °С
Ямғыр
VK
РУС
Telegram
Дзен
МАКС
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2020, 09:30
Яланда - ҡолон башы...
Малҡайға кем ҡул һуҙҙы икән?
Ҡырмыҫҡалы районында ҡолондо урлап, башын киҫкәндәр. Район ауылдарының береһендә йәшәгән 38 йәшлек ир 20 сентябрҙә полицияға мөрәжәғәт итә. Баҡтиһәң, ике көн элек уның тибендә йөрөгәндә ҡолоно юғалған икән. Уның күҙаллауынса, малды урлағандар.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ауылдан 12 саҡырым алыҫлыҡта бисара ҡолондоң башын ғына табалар.
Әле хоҡуҡ һаҡсылары мал бурҙарын эҙләй. "КП-Өфө"нөң үҙ сығанаҡтары белдереүенсә, урлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"