Йәмғиәт
24 Сентябрь 2020, 17:30

Ҡырғыҙҙар ҡайтып бөттө

Бөгөн 31 автобус менән 1667 ҡырғыҙ кешеһен сығарҙылар.

Башҡортостанда өйҙәренә ҡайта алмай тороп ҡалған ҡырғыҙҙар тураһында хәбәр иткәйнек инде. Улар Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында эшләгәндән һуң тыуған яҡтарына юллана. Тик юлдар ябыла: коронавирус пандемияһы сәбәпле Ҡаҙағстан үҙ сиктәре аша үтеүҙе сикләй.
Шул уҡ ваҡытта Ырымбур өлкәһе лә үҙ биләмәһенә инеүҙе яба, тап улар аша транзит автобустары үтә.
Һөҙөмтәлә кешеләр ауыр хәлдә тороп ҡала. Тик беҙҙең республика уларҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмай. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Ҡырғыҙстан граждандарын ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары ойошторола, уларға йылы аш бирәләр, медицина тикшереүе һәм һаҡ тәҡдим ителә.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн 31 автобус менән 1667 ҡырғыҙ кешеһен сығаралар. Алты транспорттан торған тәүге колонна (296 ҡырғыҙ менән) 06.20 сәғәттә Ырымбур өлкәһе сиген үтә. Иртәнге сәғәт ун тирәһендә тағы 325 кеше ултырған алты автобус юлға сыға. Дүртенсе яртыла 423 кеше лә тыуған яғына юллана. Һуңғы 11 автобустан торған колонна киске алтынан һуң ҡуҙғала. Бында 623 Ҡырғыҙстан гражданы ултыра.
Ҡырғыҙстан граждандарын ваҡытлыса торған урындарынан Ҡаҙағстан сигенә тиклем алып барыу өсөн “Башавтотранс” предприятиеһы туғыҙ автобус бүлә. Икәүҙе Ҡансура ер аҫты газ һаҡлағысы идаралығы филиалы бирә.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас