Мин – Нурзилә Усманова. Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынанмын. Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлап, әле Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Бәхетнамә” тапшырыуында мөхәррир һәм алып барыусы булып эшләйем.
Мәктәп, студент йылдарынан һәр сарала даими ҡатнаштым. Икенсе курста уҡығанда “Һылыуҡай” республика матурлыҡ бәйгеһендә үҙемде һынаным, өсөнсө курстан “Юлдаш плюс” интернет йәштәр радиоһында эшләй башланым. Шиғыр, хикәйә, мәҡәләләр яҙам. Ижад емештәрем йәш шағирҙар йыйынтығында баҫылды. Быйыл “Ҡош юлы” республика бард конкурсында шиғриәт номинацияһында икенсе урынды яуланым. Сәнғәткә булған һөйөү 19 йәшемдә бейеү донъяһына алып килде. Шул осорҙан алып “Guzal-dance” ансамблендә шөғөлләнәм. Хәҙер сәхнә, бейеү – тормошомдоң айырылғыһыҙ өлөшө.
Үҙемде төрлө яҡлап үҫтерергә тырышам, китаптар уҡыйым, йога менән шөғөлләнәм, сәйәхәт итергә яратам. Һәр мәлдең ҡәҙерен белергә, донъяның бар матурлығын күреп, лайыҡлы йәшәргә ынтылам.
Бәйгелә һынау тотор өсөн түбәндәге талаптарҙы үтәү мөһим: милли колоритлы, матур, сифатлы фотоһүрәтегеҙ менән бергә үҙегеҙҙең ҡайһы ҡала, район, төбәктә тыуып үҫеүегеҙ, яратҡан шөғөлөгөҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында хат яҙып ебәрегеҙ.
bashkortostan.gazeta@mail.ru
1-се турҙа һылыуҡайҙар үҙҙәре менән таныштыра.
2-се турға сығыусылар интернет киңлектәрендә тауыш йыясаҡ.
Финалға үтеүселәрҙе абруйлы жюри ағзалары баһалаясаҡ. Интернет киңлектәрендә иң күп тауыш йыйған ҡыҙ “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында билдәләнәсәк.
Конкурсҡа декабрь айында йомғаҡ яһаласаҡ һәм фотобәйгелә еңеүсе ҡыҙҙың фотоһы гәзит календарын биҙәйәсәк.