Үҙенең иғтибарһыҙлығы арҡаһында гүзәл зат вәкиле аяныслы хәлгә тарыған.
Был хәл – иғтибарһыҙлыҡтың насар эҙемтәләргә килтереүенә асыҡ миҫал. Суд Өфөләге “Иммунопрепарат” предприятиеһы хеҙмәткәренә ҡарата ҡарар сығарған: 2018 йылдың мартында ҡатын дарыу етештергәндә иғтибарһыҙлығы, яуапһыҙлығы һөҙөмтәһендә талаптарға яуап бирмәгән желатин файҙаланған. Ошо хата арҡаһында 17 миллион һумлыҡ продукция партияһы яраҡһыҙ тип танылған. Был хәл сифат контроле ваҡытында асыҡланған.
Ошо көндәрҙә суд ҡатынды төҙәтеү эштәренә ҡушыу тураһында ҡарар сығарған. Тик, яуаплылыҡҡа тарттырыу срогының ике йыл булыуы һәм был ваҡыттың үтеүе сәбәпле, элек предприятиела эшләгән ҡатынды яуаплылыҡҡа тарттырыуҙан азат иткәндәр. Әйткәндәй, был хәл булғас уҡ ҡатын эшенән ебәрелгән булған.