Мәғлүм булыуынса, Өфөләге Совет майҙаны үҙгәртеп ҡорола. Баш ҡалалағы үҙәк майҙанды яңыртыу проекты Радий Хәбировтың башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Республика етәксеһе унда булып, эш барышы менән танышты.
Бында Рәсәй Геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыла, музыкаль фонтан булдырыла, шулай уҡ тирә-яҡтағы биләмә төҙөкләндерелә.
Әле реконструкция әүҙем бара. Төҙөүселәр буласаҡ фонтан өсөн техник урындарҙы йыһазландыра. Үткәргес торбалар һалынған һәм һынау үткән.
Эргәләге биләмәләрҙә лә эш гөрләй. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы скверҙа һәм Совет урамында иҫке тротуарҙы алып ташлап, ян-яғына таш кәртә ҡуялар, технологик кабель һалалар.
Әйткәндәй, Совет майҙанын яңыртыуҙа подрядсылар республикала етештерелгән продукцияны, шул иҫәптән Учалы гранитын киң ҡуллана.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, яңыртылған майҙан ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан ял урынына әүерелер.